Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

74-СЕ ЙЫР

Батшалыҡ йырына ҡушылығыҙ!

Батшалыҡ йырына ҡушылығыҙ!

(Зәбур 98:1)

  1. 1. Был яңы йыр — еңеү, шатлыҡ йыры ул,

    Уның аша ҙурлайбыҙ Алланы.

    Көйө матур, ғәжәп бар һүҙҙәре лә,

    Беҙҙең менән йырла яңы йырҙы:

    ҠУШЫМТА

    «Кил Алланың хозурына,

    Уның Улы күктә Батша.

    Йәһүәне бергә маҡтап йырлайыҡ,

    Тик ул ғына лайыҡ оло данға».

  2. 2. Батшалыҡты ошо йырҙа данлайбыҙ,

    Бар ер йөҙө — Мәсих биләмәһе.

    Дәррәү йырлай бөтә майланғандар ҙа,

    Тауыштары дәртле, күтәренке:

    ҠУШЫМТА

    «Кил Алланың хозурына,

    Уның Улы күктә Батша.

    Йәһүәне бергә маҡтап йырлайыҡ,

    Тик ул ғына лайыҡ оло данға».

  3. 3. Бар ҡәрҙәштәр менән ихлас йырлайбыҙ,

    Күңелебеҙ шатлыҡ менән тула.

    Йыуаштарҙы: «Әйҙә», — тип саҡырабыҙ,

    Ошо йырға улар ҙа ҡушыла:

    ҠУШЫМТА

    «Кил Алланың хозурына,

    Уның Улы күктә Батша.

    Йәһүәне бергә маҡтап йырлайыҡ,

    Тик ул ғына лайыҡ оло данға».

(Зәб. 95:6; 1 Пет. 2:9, 10; Асыл. 12:10-ды ла ҡара.)