Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

75-СЕ ЙЫР

Мин әҙер! Ебәр мине!

Мин әҙер! Ебәр мине!

(Ишағыя 6:8)

  1. 1. Күптәр Алла данын хурлай,

    Уға ҡаршы ғәйеп ташлай.

    «Көсһөҙ ул, рәхимһеҙ», — тиҙәр,

    «Алла юҡ!» — тип ҡысҡыралар.

    Кем Йәһүә данын яҡлар?

    Кем исемен маҡтап йырлар?

    ҠУШЫМТА 1

    «Мине ебәр, Аллам, мине,

    Маҡтап данлармын мин һине.

    Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт!

    Мин әҙер! Ебәр мине!»

  2. 2. «Алла бик оҙаҡлай», — тиҙәр,

    Унан һис ҡурҡмайҙар күптәр.

    Улар һынға ла баш эйә,

    Кешеләрҙе илаһ итә.

    Алла көнө тиҙҙән килер,

    Кем был хаҡта иғлан итер?

    ҠУШЫМТА 2

    «Мине ебәр, Аллам, мине,

    Иғлан итермен көнөңдө.

    Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт!

    Мин әҙер! Ебәр мине!»

  3. 3. Көндән-көн яуызлыҡ арта,

    Йыуаш кеше ыҙалана,

    Эҙләй күңеленә тынғы,

    Таба алмай дөрөҫ юлды.

    Кем һуң уға ярҙам итер?

    Алла һүҙен кем еткерер?

    ҠУШЫМТА 3

    «Мине ебәр, Аллам, мине,

    Хәбәр итермен һүҙеңде.

    Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт!

    Мин әҙер! Ебәр мине!»

(Зәб. 10:4; Йәз. 9:4-те лә ҡара.)