Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

73-СӨ ЙЫР

Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

(Ғәмәлдәр 4:29)

  1. 1. Йәһүә исеменән беҙ

    Вәғәзләйбеҙ бар ерҙә,

    Ҡай саҡта дусар булабыҙ

    Ҡаршылыҡ, мыҫҡыллауға.

    Кешенән һис ҡурҡмаҫҡа,

    Әмереңә буйһонорға

    Изге рух һинән беҙ һорайбыҙ,

    Ярҙам ит беҙгә, Йәһүә.

    ҠУШЫМТА

    Ҡыйыулыҡ беҙгә өҫтәсе

    Һүҙеңде вәғәзләргә,

    Ярҙам итсе, үтенәбеҙ,

    Ҡурҡыуға бирешмәҫкә.

    Был ауыр һуңғы көндәрҙә

    Һәр кемгә вәғәзләгәндә,

    Батырлыҡ һинән һорайбыҙ,

    Изге Алла.

  2. 2. Ҡурҡыуға төшәбеҙ ҡай саҡ,

    Һин аңлайһың: беҙ көсһөҙ.

    Ҡалдырмам, тип нығытаһың,

    Рух бирәһең өҙлөкһөҙ.

    Дошмандар һөжүм итә,

    Тыныс йәшәп булмай һис тә.

    Ҡыйыулыҡ бир, — тип ялбарабыҙ, —

    Хәҡиҡәт яҡлы булырға.

    ҠУШЫМТА

    Ҡыйыулыҡ беҙгә өҫтәсе

    Һүҙеңде вәғәзләргә,

    Ярҙам итсе, үтенәбеҙ,

    Ҡурҡыуға бирешмәҫкә.

    Был ауыр һуңғы көндәрҙә

    Һәр кемгә вәғәзләгәндә,

    Батырлыҡ һинән һорайбыҙ,

    Изге Алла.

(1 Фес. 2:2; Евр. 10:35-те лә ҡара.)