Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

95-СЕ ЙЫР

Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

(Ғибрәтле һүҙҙәр 4:18)

  1. 1. Элек кешеләр өсөн сер булғанды

    Бөгөн ап-асыҡ беҙ беләбеҙ.

    Мәсих хаҡында яҙылған һүҙҙәргә

    Изге рух аша төшөнәбеҙ.

    Ваҡыт еткәнгә, изге сер асылған,

    Мәсих ултырған тәхеткә.

    Күптән нисәмә фәрештә теләгән

    Алланың шул серен белергә.

    ҠУШЫМТА

    Изге юлдарҙа беҙ йөрөйбөҙ,

    Рухи яҡтылыҡ һибелә.

    Алла Һүҙенә төшөнәбеҙ,

    Беҙгә йүнәлеш ул бирә.

  2. 2. Тоғро хеҙмәтсе күп аҙыҡ өләшә,

    Рухи табындан туҡланабыҙ.

    Балҡый, таң кеүек, хәҡиҡәт нурҙары,

    Уның йәменә ҡыуанабыҙ.

    Барған юлыбыҙ көндән-көн яҡтыра,

    Алла аңлата үҙ Һүҙен.

    Уға рәхмәтлебеҙ бөтә йөрәктән —

    Беҙ таптыҡ хәҡиҡәт шишмәһен.

    ҠУШЫМТА

    Изге юлдарҙа беҙ йөрөйбөҙ,

    Рухи яҡтылыҡ һибелә.

    Алла Һүҙенә төшөнәбеҙ,

    Беҙгә йүнәлеш ул бирә.

(Рим. 8:22; 1 Кор. 2:10; 1 Пет. 1:12-не лә ҡара.)