Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

94-СЕ ЙЫР

Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

(Филиптарға 2:16)

  1. 1. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә, Йәһүә,

    Изге Һүҙеңде һин асҡанһың беҙгә.

    Уның аша алабыҙ кәңәш һәм нәсихәт,

    Бирә азатлыҡ ул, унда хәҡиҡәт.

  2. 2. Күңел түрҙәрен ул тәрән тикшерә,

    Уй-ниәттәрҙе һынарға этәрә.

    Ғәҙел ҡанундарың да ҡеүәт һәм дәрт бирә,

    Беҙҙе етәкләй гел, хаҡ юл күрһәтә.

  3. 3. Һүҙең яғымлы бит, үтә йөрәккә,

    Алғанһың беҙҙең хистәрҙе иҫәпкә.

    Уны үтәп йәшәйбеҙ, ул шундай файҙалы!

    Беҙ бик ҡәҙерләйбеҙ Изге Яҙманы.

(Зәб. 19:9; 119:16, 162; 2 Тим. 3:16; Яҡ. 5:17; 2 Пет. 1:21-ҙе лә ҡара.)