Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

sinceLF/E+ via Getty Images

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Тыныс халыҡты кем ҡотҡарыр? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Тыныс халыҡты кем ҡотҡарыр? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы былай тип хәбәр итә:

  •   2023 йылдың 7 октябренән 23 октябренә тиклем Израиль менән Газа секторы араһындағы һуғышта 6 400-ҙән ашыу кеше һәләк булған һәм 15 200 тирәһе кеше яраланған, уларҙың күбеһе — тыныс халыҡ. Бынан тыш, йөҙәрләгән мең кеше өйөн ҡалдырып ҡасырға мәжбүр булған.

  •   2023 йылдың 24 сентябренә Рәсәй менән Украина араһындағы һуғышта Украиналағы 9 701 тыныс кеше һәләк булған һәм 17 748 кеше яраланған.

 Һуғыштарҙан ғазап сиккәндәргә Изге Яҙма ниндәй өмөт бирә?

Хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер

 Изге Яҙмала, Алла «бөтөн ерҙә һуғыштарҙы» туҡтатыр, тиелә (Зәбур 46:9). Кеше хөкүмәттәре урынына Алла Батшалығы, йәғни уның күктәге хөкүмәте киләсәк (Данил 2:44). Был хөкүмәт кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк.

 Алла Батшалығының Батшаһы Ғайса Мәсихтең нимә эшләйәсәгенә иғтибар итегеҙ:

  •   «Ярҙам һорап ялбарған ярлыны, меҫкен кешене һәм ярҙамсыһы булмаған һәр кемде ул ҡотҡарыр. Ябай һәм ярлы кешене ул ҡыҙғаныр, ярлыларҙың йәндәрен ҡотҡарыр. Ул уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:12—14).

 Алла үҙ Батшалығы ярҙамында көс ҡулланыу һәм һуғыштар килтергән ғазаптарҙы, бәлә-ҡазаларҙы тулыһынса юҡ итәсәк.

  •   «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде» (Асылыш 21:4).

 Тиҙҙән Алла ер йөҙөндә тәртип урынлаштырасаҡ. Ни өсөн быға шикләнмәҫкә була? Сөнки Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, бөгөн беҙ «төрлө ерҙәрҙәге һуғыштар хаҡында» ишетеп торабыҙ (Матфай 24:6). Ошо һәм башҡа ваҡиғалар иһә беҙҙең ахырызаманда, кеше хөкүмәттәре идара иткән ваҡыттың ахырында йәшәгәнебеҙгә дәлил булып тора (2 Тимофейға 3:1).