Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

Ковидтан 6 миллион кеше үлгән. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Ковидтан 6 миллион кеше үлгән. Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 23 майына Ковид-19-ҙан 6,27 миллион кеше үлгән. Ләкин Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының 2022 йылдың 5 майында баҫтырылған отчетында тағы ла ҡурҡынысыраҡ һандар килтерелә. Унда әйтелгәнсә, «2020 йылдың 1 ғинуарынан алып 2021 йылдың 31 декабренә тиклем яҡынса 14,9 миллион кеше Ковид-19-ҙың үҙенән йә уға туранан-тура бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында вафат булған». Изге Яҙмала шундай ҡот осҡос фажиғәләр тураһында берәй нәмә әйтеләме?

Изге Яҙмала үлемесле эпидемиялар хаҡында алдан әйтелгән булған

  •   Ғайса пәйғәмбәр, «ахырызаман» осоронда «ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр» булыр, тип алдан әйткән (2 Тимофейға 3:1; Лука 21:11).

 Ғайсаның пәйғәмбәрлеге беҙҙең көндәрҙә үтәлә. Был турала күберәк белер өсөн, «„Ахырызамандың“, йәғни „ахырғы ваҡыттың“ билдәһе нимә ул?» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

Изге Яҙмала йыуаныс бирелә

  •   «Һәр яҡлап йыуатыусы... Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 Коринфтарға 1:3, 4).

 Яҡынын юғалтҡан күп кешеләр Изге Яҙмала йыуаныс тапҡан. «Юғалтыу ҡайғыһын нисек кисереп сығырға? Нимә эшләп була?» һәм «Ҡайғырған кешеләр өсөн иң яҡшы ярҙам» тигән мәҡәләләрҙе уҡығыҙ.

Изге Яҙмала эпидемияларҙың нисек итеп бөтәсәге аңлатыла

  •   «Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:10).

 Оҙаҡламай Алла Батшалығы ярҙамында «йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24; Марк 1:14, 15). Күктәге был хөкүмәт тураһында һәм уның нимә эшләйәсәге тураһында күберәк белер өсөн, «Алла Батшалығы нимә ул?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

 Һеҙҙе һәм һеҙҙең ғаиләгеҙҙе Изге Яҙма, уның аҡыллы кәңәштәре һәм матур вәғәҙәләре менән яҡшыраҡ танышырға саҡырабыҙ.