Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

98-СЕ ЙЫР

Изге Яҙма — Алла Һүҙе

Изге Яҙма — Алла Һүҙе

(2 Тимофейға 3:16, 17)

  1. 1. Нур һибә Йәһүә Һүҙе,

    Яҡтырта юлыбыҙҙы.

    Хәҡиҡәт йөрәккә инһә,

    Ул азатлыҡ бирер беҙгә.

  2. 2. Үҙ Һүҙе арҡылы Алла

    Ниәтен яйлап аса,

    Өйрәтә, төҙәтә, фашлай,

    Был файҙалы беҙгә шундай.

  3. 3. Йәһүә ярата беҙҙе,

    Яҙмалар әйтә быны.

    Һин уны көн һайын уҡы,

    Ул күрһәтер тура юлды.

(Зәб. 119:105; Ғиб. һүҙ. 4:13-тө лә ҡара.)