Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

91-СЕ ЙЫР

Мөхәббәт менән һуғарылған эшебеҙ

Мөхәббәт менән һуғарылған эшебеҙ

(Зәбур 127:1)

  1. 1. Һине данлап, Йәһүә,

    Доға ҡылабыҙ был көндә.

    Алла, һиңә рәхмәт, ҙур хөрмәт

    Күрһәттең беҙгә.

    Һин төҙөлөш эшендә

    Фатихалар бирҙең беҙгә.

    Ошо йортто һиңә, Йәһүә,

    Төҙөнөк бергә.

    ҠУШЫМТА

    Бар йөрәктән беҙ бағышлайбыҙ

    Ошо матур йортто һиңә.

    Эштәр, һүҙҙәр менән теләйбеҙ һине, Алла,

    Һәр ваҡытта ла данларға.

  2. 2. Төҙөлөштә ҡатнаштыҡ,

    Яңы дуҫтар унда таптыҡ.

    Ул ваҡыттар иҫтә мәңгегә

    Уйылып ҡалды.

    Бирҙең изге рух беҙгә,

    Хеҙмәт иттек берҙәмлектә.

    Изге эшкә беҙҙе этәрҙе

    Мөхәббәт хисе.

    ҠУШЫМТА

    Бар йөрәктән беҙ бағышлайбыҙ

    Ошо матур йортто һиңә.

    Эштәр, һүҙҙәр менән теләйбеҙ һине, Алла,

    Һәр ваҡытта ла данларға.

(Зәб. 116:1; 147:1; Рим. 15:6-ны ла ҡара.)