Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ЙЫР

Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

(Ишағыя 12:2)

  1. 1. Эй Йәһүә, шәфҡәтле Аллабыҙ,

    Һин — көсөбөҙ, һин — беҙҙең Ҡаябыҙ.

    Ҡай саҡ тыңламаһалар ҙа беҙҙе,

    Гел вәғәзләйбеҙ яҡты хәбәрҙе.

    ҠУШЫМТА

    Бөйөк Йәһүә — беҙҙең Таяныс,

    Һинең Һүҙең ул — ҙур йыуаныс.

    Эй ҡеүәтле Аллаһы Тәғәлә,

    Һин — ҡаҡшамаҫ һәм ныҡлы Манара.

  2. 2. Яҡтылығың беҙгә юл күрһәтә,

    Хәҡиҡәтте беҙ таптыҡ Һүҙеңдә.

    Әмереңә, Аллабыҙ, төшөндөк,

    Батшалығың яғына ныҡ баҫтыҡ.

    ҠУШЫМТА

    Бөйөк Йәһүә — беҙҙең Таяныс,

    Һинең Һүҙең ул — ҙур йыуаныс.

    Эй ҡеүәтле Аллаһы Тәғәлә,

    Һин — ҡаҡшамаҫ һәм ныҡлы Манара.

  3. 3. Хакимлығың, Алла, иң ғәҙеле,

    Һин — Яҡлаусы, яратабыҙ һине.

    Ҡурҡытырға Дошманың тырыша,

    Ныҡ торасаҡбыҙ һинең яғыңда.

    ҠУШЫМТА

    Бөйөк Йәһүә — беҙҙең Таяныс,

    Һинең Һүҙең ул — ҙур йыуаныс.

    Эй ҡеүәтле Аллаһы Тәғәлә,

    Һин — ҡаҡшамаҫ һәм ныҡлы Манара.

(2 Сам. 22:3; Зәб. 18:2; Ишағ. 43:12-не лә ҡара.)