Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

54-СЕ ЙЫР

«Бына юл!»

«Бына юл!»

(Ишағыя 30:20, 21)

  1. 1. Был — татыулыҡ юлы,

    Беләһең һин быны.

    Алла Һүҙе аша

    Танып белдең уны.

    Ғайса үрнәк бирҙе,

    Ул өйрәтте беҙҙе.

    Таптыҡ беҙ хаҡ юлды,

    Алла ярҙам итте.

    ҠУШЫМТА

    Бына был юл! Ысын тормош юлы!

    Һин сигенмә, дөрөҫ юлдан китмә.

    Алла Һүҙе йүнәлеш бирә:

    «Бар был юлдан һәм тайпылма унан».

  2. 2. Был — мөхәббәт юлы,

    Һин ҡарама артҡа.

    Алла әйтә һиңә:

    «Тоғро бул, абынма».

    Ул етәкләп бара

    Ошо юлдан беҙҙе.

    Шундай тәрән, наҙлы

    Уның мөхәббәте.

    ҠУШЫМТА

    Бына был юл! Ысын тормош юлы!

    Һин сигенмә, дөрөҫ юлдан китмә.

    Алла Һүҙе йүнәлеш бирә:

    «Бар был юлдан һәм тайпылма унан».

  3. 3. Бына тормош юлы,

    Һин боролма ситкә.

    «Был юл — иң яҡшыһы», —

    Әйтә Алла беҙгә.

    Ошо юлда таптыҡ

    Йәшәү һәм мөхәббәт.

    Был — хәҡиҡәт юлы,

    Йәһүәгә рәхмәт!

    ҠУШЫМТА

    Бына был юл! Ысын тормош юлы!

    Һин сигенмә, дөрөҫ юлдан китмә.

    Алла Һүҙе йүнәлеш бирә:

    «Бар был юлдан һәм тайпылма унан».

(Зәб. 32:8; 139:24; Ғиб. һүҙ. 6:23-тө лә ҡара.)