Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ЙЫР

Алла юлында йөрө!

Алла юлында йөрө!

(Миҡай 6:8)

  1. 1. Тыйнаҡ һәм баҫалҡы булып,

    Йөрө Алла юлында.

    Таян Хоҙайға, көслө ҡулына

    Тапшыр һин барыһын да.

    Алла Һүҙен ентекләп өйрән,

    Юлдан яҙмаҫ өсөн.

    Әгәр ҙә тыңлаусан булһаң,

    Йәһүә бирер көсөн.

  2. 2. Изге эштәр ҡылып йәшә,

    Йөрөп Алла юлында.

    Ауыр һынауҙа бирер Йәһүә

    Рухын да, ҡеүәтен дә.

    Таҙа, ыңғай, өмөтлө уйҙар

    Булһын күңелеңдә,

    Шул саҡ Алла яҡлап торор,

    Тыныслыҡ биреп һиңә.

  3. 3. Бәхет татып ошо юлда,

    Ҡыуан бөйөк дуҫлыҡҡа.

    Оло рәхмәттәр белдер Хоҙайға

    Бар бүләге өсөн дә.

    Һин ихластан кинәнеп йырла —

    Яҡын дуҫың — Алла,

    Шатлыҡ бөркөп торһон йөҙөң,

    Өҙлөкһөҙ уны данла!

(Баш. 5:24; 6:9; Флп. 4:8; 1 Тим. 6:6—8-ҙе лә ҡара.)