Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

112-СЕ ЙЫР

Йәһүә — тыныслыҡ Аллаһы

Йәһүә — тыныслыҡ Аллаһы

(Филиптарға 4:9)

  1. 1. Бирәһең, Йәһүә,

    Тыныслыҡ йәнебеҙгә.

    Изге рух һинән һорайбыҙ

    Йәшәргә именлектә.

    Үҙең менән, Алла,

    Дуҫ иттең Улың аша.

    Иҫ киткес бүләк биргәнһең,

    Шатлыҡтан күңел таша.

  2. 2. Рухың юл күрһәтә,

    Ә Һүҙең белем бирә.

    Был донъя яуыз булһа ла,

    Тыныслыҡ — йөрәктәрҙә.

    Һаҡла аңыбыҙҙы

    Һәм нығыт рухыбыҙҙы,

    Ғазаптар юҡҡа сыҡҡансы,

    Ҡалдырма, Алла, беҙҙе.

  3. 3. Беҙҙе бергә йыйҙың,

    Яратып берләштерҙең,

    «Батшалыҡ тыуҙы күктә», — тип

    Һөйләргә әмер бирҙең.

    Килһен Батшалығың,

    Тыныслыҡ ергә бирһен,

    Һуғыштар ҙа, афәттәр ҙә

    Бөтөнләй юҡ ителһен.

(Зәб. 4:8; Флп. 4:6, 7; 1 Фес. 5:23-тө лә ҡара.)