Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ ЙЫР

Йәһүәнең сифаттары

Йәһүәнең сифаттары

(Асылыш 4:11)

  1. 1. Тиңдәр юҡ һиңә, бөйөк Йәһүә,

    Йәшәү шишмәһе, яҡтылыҡ тик һиндә.

    Бар эштәрең дан йырлай көсөңә,

    Ҡуйғанһың ерҙе һин мәңгегә.

  2. 2. Һинең тәхетең тора хаҡлыҡта,

    Ғәҙел ҡануның күңелде йыуата.

    Тәрән аҡыл Һүҙеңдә сағыла,

    Беҙҙе шул хәтле һоҡландыра.

  3. 3. Иң төп сифатың — сикһеҙ мөхәббәт,

    Төрлө бүләккә бигерәк һин йомарт.

    Сифаттарың, Йәһүә, бик күркәм!

    Һиңә дан йырлап, табабыҙ йәм!

(Зәб. 36:9; 145:6—13; Вәғ. 3:14; Яҡ. 1:17-не лә ҡара.)