Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Миңә һыуға сумдырылырға кәрәкме?

Миңә һыуға сумдырылырға кәрәкме?

37-СЕ БҮЛЕК

Миңә һыуға сумдырылырға кәрәкме?

Түбәндә килтерелгән фекерҙәр дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме? Билдәлә.

Һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап.

□ Дөрөҫ

□ Дөрөҫ түгел

Һыуға сумдырылыуҙың төп маҡсаты — һине гонаһ ҡылыуҙан һаҡлау.

□ Дөрөҫ

□ Дөрөҫ түгел

Һыуға сумдырылыу ҡотҡарылыуға юл аса.

□ Дөрөҫ

□ Дөрөҫ түгел

Һыуға сумдырылмаһаң, ҡылған эштәрең өсөн Алла алдында яуап бирмәйһең.

□ Дөрөҫ

□ Дөрөҫ түгел

Дуҫтарыңдың күбеһе инде һыуға сумдырылған, тимәк, һиңә лә ваҡыт.

□ Дөрөҫ

□ Дөрөҫ түгел

ӘГӘР һин Алла нормаларын үтәйһең, Алла менән дуҫлыҡ үҫтерәһең һәм үҙеңдең иманың хаҡында башҡаларға һөйләйһең икән, һинең һыуға сумдырылыу хаҡында уйланыуың һис тә ғәжәп түгел. Әммә һин быға әҙерме? Әйҙә, юғарыла килтерелгән фекерҙәрҙе тикшереп сығайыҡ.

Һыуға сумдырылыу — мәсихселәр өсөн талап.

Дөрөҫ. Ғайса үҙ шәкерттәренә һыуға сумдырылырға ҡушҡан (Матфей 28:19, 20). Ул үҙе лә һыуға сумдырылған. Ғайсаға эйәрер өсөн, һиңә лә сумдырылырға кәрәк. Әммә аңлы рәүештә ҡарар ҡабул итер өсөн, эскерһеҙ теләк һәм етлеккән булыу мөһим.

Һыуға сумдырылыуҙың төп маҡсаты — һине гонаһ ҡылыуҙан һаҡлау.

Дөрөҫ түгел. Һыуға сумдырылыуы менән кеше үҙенең Йәһүәгә бағышланыуын күрһәтә. Бағышланыу иһә һине эстән генә хыялланған гонаһлы эштәрҙән тыйып тороусы контракт түгел. Һин Йәһүәнең нормаларын үтәп йәшәргә теләйһең, шуның өсөн дә үҙ ғүмереңде уға бағышлайһың.

Һыуға сумдырылыу ҡотҡарылыуға юл аса.

Дөрөҫ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, һыуға сумдырылыу — ҡотолоу өсөн мөһим аҙым (1 Петр 3:21). Әммә уны, бәлә-ҡаза була ҡалһа, тип һатып алынған страховка менән сағыштырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Һыуға сумдырылырға кешене Йәһүәгә булған яратыу, уға бөтә йөрәктән мәңге хеҙмәт итергә теләк дәртләндерергә тейеш (Марк 12:29, 30).

Һыуға сумдырылмаһаң, ҡылған эштәрең өсөн Алла алдында яуап бирмәйһең.

Дөрөҫ түгел. Яҡуб 4:17-лә былай тиелә: «Кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла». Бында һүҙ сумдырылғандар хаҡында ғына бармай, был барыһына ла ҡағыла. Шуға күрә, нимәнең дөрөҫ икәнен белһәң һәм тормошоңдо нимәгә бағышларға кәрәклеген аңлаһаң, бәлки, ата-әсәң йәиһә етлеккән мәсихселәр менән һыуға сумдырылыу хаҡында кәңәшләшеп алырға ваҡыттыр. Улар һиңә был аҙымды яһар өсөн әҙерләнергә ярҙам итер.

● Дуҫтарыңдың күбеһе инде һыуға сумдырылған, тимәк, һиңә лә ваҡыт.

Дөрөҫ түгел. Һыуға сумдырылырға тигән ҡарар һинең үҙ йөрәгеңдә тыуырға тейеш (Зәбур 110:3). Йәһүә шаһиты булыу нимә аңлата икәненә тулыһынса төшөнгәс кенә, шул яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алырға әҙер икәнеңә ышанғас ҡына, һыуға сумдырылырға була (Вәғәзсе 5:4, 5).

Тормошто үҙгәртеүсе ҡарар

Һыуға сумдырылғас, һинең тормошоң үҙгәрә. Был аҙым күп фатихаларға юл аса. Шул уҡ ваҡытта был бик ҙур яуаплылыҡ та, сөнки Йәһүәгә бағышланыуыңа ярашлы йәшәргә кәрәк.

Һин үҙ ғүмереңде Йәһүәгә бағышларға әҙерһеңме? Әгәр әҙерһең икән, һин — бәхетле кеше. Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеп, ғүмерең буйы уға тулыһынса бирелгән булыуыңды күрһәтеү — ул иң ҙур хөрмәт (Матфей 22:36, 37).

ТӨП АЯТ

«Үҙ тәндәрегеҙҙе тере, изге, Аллаға яраҡлы ҡорбан итеп бирегеҙ, шулай итеп һеҙ, аҡылығыҙҙы ҡулланып, уға изге хеҙмәт башҡарырһығыҙ» (Римдарға 12:1, ЯДТ).

КӘҢӘШ

Атай-әсәйең менән кәңәшләшеп, йыйылышта үҙеңә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға әҙерләнергә ярҙам итерҙәй кеше тап (Ғәмәлдәр 16:1—3).

ҺИН БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Ҡотҡарыласаҡ кешеләр айырым бер «билдә» менән тамғалана. Ошо «билдә» һыуға сумдырылыуҙы үҙ эсенә ала (Йәзәкил 9:4—6).

ЭШ ИТЕҮ ПЛАНЫ!

Һыуға сумдырылырҙан алда, миңә Изге Яҙмалағы ошо тәғлимәттәрҙе яҡшыраҡ аңларға кәрәк: ․․․․․

Атай-әсәйемә ошондай һорауҙар бирергә теләйем: ․․․․․

ҺИНЕҢСӘ...

● Ни өсөн һыуға сумдырылыу шундай яуаплы аҙым?

● Нимә арҡаһында үҫмерҙәр һыуға сумдырылыу хаҡында ашығыс ҡарар ҡабул итергә мөмкин?

● Ни өсөн ҡайһы бер үҫмерҙәр бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға ашыҡмай?

[Өҫтәмә текст]

«Мин, инде һыуға сумдырылған булыуымды иҫтә тотоп, күңелһеҙ осраҡтарға юлыҡмаҫ өсөн, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә тырыштым» (Холли).

[Рамка/Иллюстрация]

Һыуға сумдырылыу хаҡында йыш бирелгән һорауҙар

Һыуға сумдырылыу нимәне символлаштыра? Һыуға сумдырылғанда кеше, образлы әйткәндә, үлә — үҙе өсөн йәшәүҙән туҡтай. Һыуҙан сыҡҡанда иһә символик мәғәнәлә терелә һәм хәҙер инде Йәһүәнең ихтыярын үтәр өсөн йәшәй башлай.

Ғүмерҙе Йәһүәгә бағышлау нимәне аңлата? Был инде үҙең өсөн йәшәргә түгел, ә тормошта Алланың ихтыярын беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә биреүҙе аңлата (Матфей 16:24). Һыуға сумдырылыуҙан алдараҡ, Йәһүәгә доға ҡылып, уға үҙ ғүмереңде бағышлауың хаҡында әйтергә кәрәк.

Һыуға сумдырылғанға ҡәҙәр нимәгә ынтылырға кәрәк? Һыуға сумдырылғанға ҡәҙәр тормош рәүешен Алла Һүҙенә ярашлы үҙгәртергә һәм үҙ иманың хаҡында башҡаларға һөйләргә кәрәк. Шулай уҡ Изге Яҙманы өйрәнеп, Йәһүәгә доға ҡылып, уның менән дуҫлыҡ үҫтерергә кәрәк. Йәһүәгә кемдер ҡушҡан өсөн түгел, ә үҙең теләгән өсөн хеҙмәт итергә кәрәк.

Һыуға сумдырылыр өсөн ниндәйҙер йәшкә етеү кәрәкме? Һыуға сумдырылыр өсөн, йәш мөһим түгел. Әммә бағышланыуҙың мәғәнәһен аңлар өсөн, һин етерлек дәрәжәлә үҫкән һәм етлеккән булырға тейешһең.

Әгәр һин сумдырылырға теләһәң, ә атай-әсәйең һиңә иртәрәк әле тиһә, нимә эшләргә? Улар, бәлки, һинең Изге Яҙма принциптарын тормошта тағы ла яҡшыраҡ ҡулланырға өйрәнеүеңде теләйҙер. Кәңәштәренә ҡолаҡ һал һәм ваҡыттан файҙаланып, Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтер (1 Самуил 2:26).

[Рамка]

Йөкләмә

Һин һыуға сумдырылыу хаҡында уйлайһыңмы?

Түбәндәге һорауҙар һиңә үҙеңдең рухи кимәлеңде тикшереп сығырға ярҙам итер. Яуап яҙырҙан алда килтерелгән аятты уҡырға онотма.

Һинең Йәһүәгә таяныуың нимәнән күренә? (Зәбур 71:5). ․․․․․

Яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәнгәнеңде һин нисек күрһәтәһең? (Еврейҙарға 5:14). ․․․․․

Һин ни тиклем йыш доға ҡылаһың? ․․․․․

Доғаларың ни тиклем конкрет? Улар һинең Йәһүәгә булған яратыуыңдың тәрәнлеген күрһәтәме? (Зәбур 17:6). ․․․․․

Доғалар хаҡында әйткәндә, һин ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә теләр инең, яҙып ҡуй. ․․․․․

Һин Изге Яҙманы үҙ аллы ни ҡәҙәр йыш өйрәнәһең? (Ешуа 1:8). ․․․․․

Шәхси өйрәнеүең үҙ эсенә нимәне ала? ․․․․․

Шәхси өйрәнеү хаҡында әйткәндә, һин ниндәй маҡсаттарға өлгәшергә теләр инең, яҙып ҡуй. ․․․․․

Һин хеҙмәткә етди ҡарайһыңмы? (Мәҫәлән: һин Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен аңлатып бирә алаһыңмы? Ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләргә ҡабат бараһыңмы? Берәйһе менән Изге Яҙманы өйрәнә башларға тырышаһыңмы?)

□ Эйе □ Юҡ

Атай-әсәйең хеҙмәттә ҡатнашмаһа ла, һин хеҙмәт итәһеңме? (Ғәмәлдәр 5:42).

□ Эйе □ Юҡ

Ниндәй маҡсаттарға ирешергә теләр инең, яҙып ҡуй. (2 Тимофейға 2:15). ․․․․․

Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөйһөңмө, әллә онотҡанда бер генәме? (Еврейҙарға 10:25). ․․․․․

Йыйылыш осрашыуҙарында әүҙем ҡатнашаһыңмы? ․․․․․

Йыйылыш осрашыуҙарына атай-әсәйең бара алмаған саҡта ла йөрөйһөңмө (әгәр улар рөхсәт итһә)?

□ Эйе □ Юҡ

Алланың ихтыярын үтәү һиңә ысынлап та шатлыҡ килтерәме? (Зәбур 40:8).

□ Эйе □ Юҡ

Йәштәштәреңдең зарарлы йоғонтоһона ҡаршы тора алған осраҡтарҙы әйтеп бирә алаһыңмы? (Римдарға 12:2). ․․․․․

Йәһүәгә булған ҡайнар һөйөүеңде һаҡлап ҡалыр өсөн, һин нимә эшләрһең? (Йәһүҙә 20, 21). ․․․․․

Хатта атай-әсәйең йә дуҫтарың Йәһүәгә хеҙмәт итмәй башлаһа ла, һин хеҙмәтеңде дауам итерһеңме? (Матфей 10:36, 37).

□ Эйе □ Юҡ

[Иллюстрация]

Һыуға сумдырылыу, никахҡа инеү кеүек, кешенең тормошон бөтөнләй үҙгәртә. Был аҙымға еңел генә ҡарарға ярамай