Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ БҮЛЕК

Алла иңдергән йырҙар йыуата һәм өйрәтә

Алла иңдергән йырҙар йыуата һәм өйрәтә

Дауыт пәйғәмбәр һәм башҡалар яҙған йырҙар ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡулланыла. Зәбур китабында 150 йырҙың һүҙҙәре килтерелә

ИЗГЕ Яҙмаларҙың иң ҙур китабы — Зәбур. Ул яҡынса бер мең йыл дауамында яҙылған изге мәҙхиәләр йыйынтығы. Был мәҙхиәләр — иман тураһында яҙылған иң тәрән тойғоло йырҙар. Унда кешенең күп төрлө хистәре һәм эске кисерештәре сағылған: шатлыҡ, һоҡланыу һәм рәхмәт тойғоларынан алып ҡайғы, һағыш һәм үкенеү хистәренә тиклем. Зәбур китабынан күренеүенсә, мәҙхиә яҙыусыларҙың Алла менән яҡын, ышаныслы мөнәсәбәттәре булған. Был лирик әҫәрҙәрҙең ҡайһы бер темаларын ҡарап сығайыҡ.

Йәһүә — ғибәҙәт ҡылыуға һәм данға лайыҡ хоҡуҡлы Хаким. «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтөн ер өҫтөнән берҙән-бер Алла Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине», — тип әйтелә Мәҙхиә 83:18-ҙә, ЯД. Бер нисә мәҙхиәлә Йәһүә ижади эштәре өсөн, мәҫәлән, йондоҙло күк, тәбиғәт мөғжизәләре һәм кеше тәненең иҫ киткес төҙөлөшө өсөн маҡтала (8, 18, 138, 148-се мәҙхиәләр). Башҡаларында Алла үҙ тоғро хеҙмәтселәрен һаҡлағаны һәм яҡлағаны өсөн данлана (17, 96, 137-се мәҙхиәләр). Ә ҡайһы бер мәҙхиәләрҙә ул йәберләнгәндәргә йыуаныс, ә яуыздарға яза биргән ғәҙеллек Аллаһы булараҡ ҙурлана (10, 67, 145-се мәҙхиәләр).

Йәһүә Алла үҙен яратҡандарға ярҙам итә һәм уларҙы йыуата. Күп кешеләргә 22-се мәҙхиә яҡшы билдәле. Унда Дауыт Йәһүәне үҙ һарыҡтарын етәкләгән, яҡлаған һәм ҡайғыртҡан яратыусан Көтөүсе итеп күрһәтә. Мәҙхиә 65:20-лә Йәһүә «доғамды кире ҡаҡманы» тип яҙылған, был һүҙҙәр Алланың доғаларыбыҙҙы тыңлағанын иҫебеҙгә төшөрә. Ауыр гонаһ ҡылған кешеләр 38-се һәм 50-се мәҙхиәләрҙә ҙур йыуаныс табалар. Был мәҙхиәләрҙә Дауыт үҙ гонаһтарына үкенеп, тәрән тойғоларын тасуирлаған һәм Йәһүәнең кисереүенә ышанысын белдергән. Мәҙхиә 54:23-ге һүҙҙәр иһә Йәһүәгә таянырға һәм ауырлыҡтарҙы уға йөкмәтергә саҡыра.

Йәһүә Мәсих Батшалығы ярҙамында донъяны үҙгәртәсәк. Мәҙхиә китабының бер нисә өҙөгө туранан-тура Мәсихкә, алдан әйтелгән Батшаға, ҡағыла. Икенсе мәҙхиәлә яҙылғанса, был Хаким уға ҡаршы торған яуыз халыҡтарҙы юҡ итәсәк. 71-се мәҙхиәлә был Батша аслыҡты, ғәҙелһеҙлекте һәм йәберләүҙе бөтөрәсәк тип әйтелә. Мәҙхиә 45:10 буйынса, Алла Мәсих Батшалығы ярҙамында һуғыштарҙы туҡтатасаҡ һәм хатта һуғыш ҡоралдарын да юҡ итәсәк. 36-сы мәҙхиәнән беҙ шуны беләбеҙ: яуыздар башҡа булмаясаҡ, ә тәҡүә кешеләр бөтә ер йөҙөндә хөкөм һөргән тыныслыҡтан һәм татыулыҡтан кинәнеп мәңге йәшәйәсәк.

Зәбур китабына нигеҙләнгән.