Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Ни өсөн хакимлыҡты хөрмәт итергә кәрәк?

Ни өсөн хакимлыҡты хөрмәт итергә кәрәк?

«Һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ» (1 ПЕТР 2:17).

1, 2. а) Кемдең етәкселеге буйынса эш итергә кәрәк? б) Был бүлектә беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығырбыҙ?

БӘЛӘКӘЙ сағыңда атай-әсәйең һиңә, моғайын, һин эшләргә теләмәгән эште ҡушҡаны булғандыр. Яратҡанға күрә, һин уларҙы тыңларға кәрәк икәнен белә инең. Шулай ҙа уларҙы тыңлағың килмәгән саҡтарың да булғандыр.

2 Беҙ Йәһүә Атайыбыҙҙың беҙҙе яратыуын беләбеҙ. Ул беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм беҙ тормошҡа кинәнеп йәшәй алһын өсөн барыһын да бирә. Беҙ уңышлы булһын өсөн, ул етәкселек бирә. Ҡайһы ваҡыт етәкселекте ул башҡа кешеләр аша еткерә. Беҙгә Йәһүәнең хакимлығын хөрмәт итергә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:21). Әммә ни өсөн ҡайһы саҡта етәкселекте ҡабул итеү ауыр? Ни өсөн Йәһүә беҙгә етәкселек буйынса эш итергә ҡуша? Уның хакимлығын хөрмәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ? (9-сы ҡушымтаны ҡара.)

НИ ӨСӨН БЫЛ АУЫР?

3, 4. Ни өсөн кешеләр гонаһлы булып киткән? Ни өсөн беҙгә башҡаларҙан етәкселек ҡабул итеү ауыр булырға мөмкин?

3 Кеше булараҡ беҙ фетнәгә әүәҫ. Был әүәҫлек беренсе ир менән ҡатын — Әҙәм менән Һауа — гонаһ ҡылған саҡтан уҡ кешеләргә күсә килә. Улар камил итеп барлыҡҡа килтерелгән булған, әммә Алла хакимлығына ҡаршы сыҡҡас, камиллығын юғалтҡан. Шул ваҡыттан бирле бөтә кеше лә гонаһлы булып тыуа. Камил булмауыбыҙ арҡаһында беҙгә Йәһүәнең һәм кешеләрҙең етәкселеген ҡабул итеү ауыр. Өҫтәүенә, Йәһүә беҙгә етәкселек еткерер өсөн ҡулланған кешеләр ҙә камил түгел (Башланмыш 2:15—17; 3:1—7; Зәбур 51:5; Римдарға 5:12).

4 Камил булмағанға күрә беҙгә ғорурлыҡ менән көрәшергә тура килә. Ғорурлыҡ арҡаһында беҙгә етәкселекте ҡабул итеү ауыр. Мәҫәлән, боронғо Израиль халҡына күрһәтмәләр бирер өсөн, Йәһүә Мусаны һайлаған. Күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт иткән Корах исемле кеше ғорурланып киткән һәм Мусаға ҡарата ҙур ихтирамһыҙлыҡ күрһәткән. Муса, Алла халҡы өҫтөнән ҡуйылған булһа ла, ғорур булмаған. Уның хаҡында хатта, ер йөҙөндәге бөтә кешеләр араһынан иң баҫалҡыһы, тиелгән. Әммә Корах Мусаның етәкселеген ҡабул итмәгән. Ҙур төркөм халыҡты үҙ яғына ауҙарып, ул Мусаға ҡаршы фетнә күтәрергә ҡотортҡан. Фетнәселәр менән нимә булған? Уларҙың барыһы ла, шул иҫәптән Корах та, һәләк булған (Һандар 12:3; 16:1—3, 31—35). Изге Яҙмала ғорур булыуҙың ҡурҡыныс икәнен дәлилләгән күп осраҡтар килтерелә. (2 Йылъяҙма 26:16—21; 10-сы ҡушымтаны ҡара.)

5. Ҡайһы берәүҙәр нисек үҙенә бирелгән хакимлыҡты дөрөҫ ҡулланмаған?

5 Хакимлыҡ кешене боҙа, тигән фекерҙе ишеткәнең барҙыр. Кешелек тарихы дауамында күптәр үҙ хакимлығын дөрөҫ ҡулланмаған. (Вәғәзсе 8:9-ҙы уҡы.) Мәҫәлән, Йәһүә Шаулды Израиль өҫтөнән батша итеп ҡуйғанда, ул баҫалҡы һәм яҡшы кеше булған. Әммә Шаул үҙ күңелендә ғорурлыҡ һәм көнсөллөктөң шытып сығыуына юл ҡуйған һәм бер ғәйепһеҙ кешене — Дауытты эҙәрлекләй башлаған (1 Самуил 9:20, 21; 10:20—22; 18:7—11). Һуңыраҡ Дауыт батша булып киткән, һәм ул Израилдең иң яҡшы батшаларының береһе булған. Әммә ваҡыт уҙыу менән хатта ул да хакимлығын дөрөҫ ҡулланмаған. Дауыт Урия исемле кешенең ҡатыны Битсәбиә менән зина ҡылған һәм, гонаһын йәшерергә тырышып, Урияны ҡаты яуға ебәреп, үлтерткән (2 Самуил 11:1—17).

НИ ӨСӨН БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ ХАКИМЛЫҒЫН ХӨРМӘТ ИТӘБЕҘ?

6, 7. а) Йәһүәне яратыу беҙҙе нимәгә этәрә? б) Ауыр саҡтарҙа ла тыңлаусан булырға беҙгә нимә ярҙам итә ала?

6 Йәһүәне яратҡанға, беҙ уның хакимлығын хөрмәт итәбеҙ. Беҙ Йәһүәне кемделер йә нимәнелер яратыуға ҡарағанда күпкә нығыраҡ яратабыҙ, шуға күрә лә уны шатландырырға теләйбеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; Марк 12:29, 30-ҙы уҡы.) Әҙәм менән Һауа йәшәгән ваҡыттан алып, хәҙергәсә Иблис кешеләрҙә Йәһүәнең хакимлығына ҡарата шик тыуҙырырға маташа. Иблис беҙҙе, Йәһүәнең кешеләргә нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтергә хоҡуғы юҡ, тип ышандырырға тырыша. Әммә беләбеҙ, ул алдай. Беҙ: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды», — тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешәбеҙ (Асылыш 4:11).

7 Атай-әсәйең һине бәләкәй сағыңда, бәлки, һин теләмәгән саҡта ла, үҙҙәрен тыңларға өйрәткәндер. Шуның кеүек үк беҙҙең дә буйһонорға еңел булмаған ваҡыттарыбыҙ була. Һәр саҡ тыңлаусан булыу еңел түгел. Ләкин Йәһүәне яратҡанға һәм хөрмәт иткәнгә күрә уға буйһонор өсөн, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Был йәһәттән Ғайса беҙгә өлгө ҡалдырған. Уңайлы булмағанда ла, еңел булмағанда ла ул Йәһүәгә буйһонған. Бына ни өсөн ул үҙенең Атаһына: «Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!» — тип әйтә алған. (Лука 22:42; 11-се ҡушымтаны ҡара.)

8. Йәһүә етәкселекте беҙгә нисек бирә? («Кәңәшкә ҡолаҡ һал» тигән рамканы ҡара.)

8 Бөгөн беҙгә етәкселек бирер өсөн, Йәһүә төрлө юлдар ҡуллана. Мәҫәлән, ул беҙгә Изге Яҙманы биргән. Шулай уҡ, үҙ етәкселеген еткерер өсөн, ул йыйылыш өлкәндәрен ҡуллана. Уларҙы ихтирам итһәк, беҙ Йәһүә хакимлығын хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Әгәр инде өлкәндәрҙең ярҙамын ҡабул итмәһәк, Йәһүәнән баш тартабыҙ, тип әйтергә була. Израилдәр Мусаны кире ҡаҡҡанда, Йәһүә быға бик етди ҡараған. Ул, израилдәр уның үҙен кире ҡаға, тип иҫәпләгән. (Һандар 14:26, 27; 12-се ҡушымтаны ҡара.)

9. Ни өсөн яратыу беҙҙе етәкселек буйынса эш итергә этәрергә тейеш?

9 Хакимлыҡты хөрмәт итеп, беҙ шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Шундай миҫал килтерергә була: тәбиғәт афәте булғанда, мөмкин тиклем күберәк кешене ҡотҡарыр өсөн, ҡотҡарыусылар йыш ҡына төркөм-төркөм булып эшләй. Уңышлы эшләр өсөн, кемдер берәү эште ойошторорға, ә ҡалғандар уға буйһонорға тейеш. Ләкин кем дә булһа етәкселекте һанға һуҡмай барыһын да үҙенсә эшләй башлаһа, нимә булыр? Уның ниәттәре изге булһа ла, етәкселеккә ҡолаҡ һалмауы төркөмдөң башҡа ағзаларына ауырлыҡтар йә хатта ҙур зыян килтерергә мөмкин. Шуның кеүек үк, әгәр беҙ Йәһүәнең һәм ул хакимлыҡ биргән кешеләрҙең етәкселеге буйынса эш итмәһәк, башҡалар зыян күрергә мөмкин. Ә инде Йәһүәне тыңлаһаҡ, беҙ ҡәрҙәштәрҙе яратыуыбыҙҙы һәм ул урынлаштырған тәртипте ихтирам итеүебеҙҙе күрһәтербеҙ (1 Коринфтарға 12:14, 25, 26).

10, 11. Беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?

10 Йәһүә эшләргә ҡушҡандарҙың барыһы ла беҙгә тик файҙа ғына килтерә. Әгәр беҙ ғаиләбеҙҙәге, йыйылыштағы хакимлыҡты ихтирам итһәк, шулай уҡ хакимиәт вәкилдәренә хөрмәт менән ҡараһаҡ, бынан бөтәбеҙ ҙә тик файҙа ғына алыр (Ҡанун 5:16; Римдарға 13:4; Ефестарға 6:2, 3; Еврейҙарға 13:17).

11 Йәһүәнең ни өсөн башҡаларҙы хөрмәт итеүебеҙҙе теләй икәнен аңлау беҙгә тыңлаусан булырға ярҙам итер. Әйҙә, өс өлкәлә нисек ихтирам күрһәтеп булыуын ҡарап сығайыҡ.

ҒАИЛӘЛӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮ

12. Ир хакимлыҡты хөрмәт итеүен нисек күрһәтә?

12 Ғаиләне Йәһүә барлыҡҡа килтергән һәм уның һәр ағзаһына роль билдәләгән. Һәр береһе Йәһүә биргән ролде аңлаһа, ғаиләлә именлек һәм татыулыҡ хөкөм һөрә, ә был һәр береһенә файҙа килтерә (1 Коринфтарға 14:33). Ғаилә башлығы итеп Йәһүә ирҙе ҡуйған. Ул үҙенең ҡатынын һәм балаларын яратырға, улар хаҡында ҡайғыртырға һәм ғаилә менән етәкселек итергә тейеш. Йәһүә ирҙән тап шуны көтә лә. Мәсихсе ир игелекле һәм ҡайғыртыусан. Ғайса йыйылыш менән нисек мөғәмәлә итһә, ир ҙә үҙ ғаиләһе менән шулай мөғәмәлә итә. Шулай эш итеп, ир Йәһүәне хөрмәт итеүен күрһәтә. (Ефестарға 5:23; 13-сө ҡушымтаны ҡара.)

Ғаиләһе хаҡында ҡайғыртып, мәсихсе ир Ғайсанан өлгө ала

13. Ҡатын хакимлыҡты хөрмәт итеүен нисек күрһәтә?

13 Мәсихсе ҡатынға ла Йәһүә мөһим һәм лайыҡлы роль биргән. Ул иренә яҡшы ғаилә башлығы булырға ярҙам итә. Бала тәрбиәләүҙә ҡатындың үҙ яуаплылығы бар. Балаларын ихтирамлы булырға өйрәтер өсөн, уға үҙенә лә үрнәк күрһәтергә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Ҡатын ирен хөрмәт итә, иренең ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ә инде уның менән риза булмаһа, үҙ хистәрен ипле генә һәм ихтирам менән аңлата. Әгәр ғаилә башлығы Йәһүә шаһиты булмаһа, апай-ҡәрҙәштең үҙенә күрә ауырлыҡтары булырға мөмкин. Әммә ул иренә яратыу һәм хөрмәт күрһәтеүен дауам итһә, иренең ҡасан да булһа Йәһүәгә килеүе ихтимал. (1 Петр 3:1-ҙе уҡы.)

14. Балалар хакимлыҡты хөрмәт итеүен нисек күрһәтә?

14 Балалар Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле, һәм улар яҡлауға һәм етәкләүгә бигерәк тә мохтаж. Әгәр бала тыңлаусан булһа, ата-әсә ҡыуана. Ә иң мөһиме, үҙенең тыңлаусанлығы менән бала Йәһүәгә хөрмәт күрһәтә, уны шатландыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:1). Күп кенә ғаиләләрҙә балаларҙы яңғыҙ әсәй йәиһә яңғыҙ атай тәрбиәләй. Тәрбиәләгән кеше өсөн дә, балалар өсөн дә был бик ауыр булырға мөмкин. Әммә балалар атаһын йә әсәһен тыңлағанда һәм уларға ярҙам иткәндә, ғаилә тормошо күпкә яҡшыра. Эйе, төрлө хәлдәр булырға мөмкин, сөнки камил ғаилә юҡ. Шулай ҙа һәр береһе Йәһүә етәкселеге буйынса эш итһә, ғаилә бәхетлерәк булыр. Был иһә Йәһүәгә, Ғаиләгә нигеҙ һалыусыға, дан килтерә (Ефестарға 3:14, 15).

ЙЫЙЫЛЫШТА ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕҮ

15. Йыйылыштағы хакимлыҡты хөрмәт итеүебеҙҙе беҙ нисек күрһәтәбеҙ?

15 Йәһүә беҙҙең менән мәсихсе йыйылыш аша етәкселек итә, ә йыйылыш өҫтөнән бар хакимлыҡты ул Ғайсаға биргән (Колосстарға 1:18). Ғайса, үҙ сиратында, Алла халҡы хаҡында «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» ҡайғыртырға ҡушҡан (Матфей 24:45—47). Бөгөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» — ул Етәксе кәңәшмә. Беҙгә иманыбыҙҙы ныҡ килеш һаҡларға ярҙам итер өсөн, Етәксе кәңәшмә бар кәрәклеһен үҙ ваҡытында биреп тора. Өлкәндәр, хеҙмәт ярҙамсылары, район күҙәтеүселәре Етәксе кәңәшмәнән күрһәтмәләр алып, бөтә донъя буйынса йыйылыштар хаҡында ҡайғырта. Был ағай-ҡәрҙәштәр беҙҙең хаҡта ҡайғыртыу өсөн яуаплы. Ошо эште нисек башҡарыуҙары хаҡында улар «Алла алдында яуап тота». Шулай итеп, был ағай-ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәткәндә, беҙ Йәһүәне хөрмәт итәбеҙ. (1 Фессалоникаларға 5:12; Еврейҙарға 13:17-не уҡы; 14-се ҡушымтаны ҡара.)

16. Ни өсөн өлкәндәрҙе һәм хеҙмәт ярҙамсыларын изге рух билдәләй тип әйтеп була?

16 Өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары йыйылыш ағзаларына тоғролоҡ һәм берҙәмлек һаҡларға ярҙам итә. Әлбиттә, был ағай-ҡәрҙәштәр ҙә беҙҙең кеүек үк камил түгел. Улар нисек билдәләнә һуң? Был ҡәрҙәштәр Изге Яҙмала килтерелгән талаптарға тура килергә тейеш (1 Тимофейға 3:1—7, 12; Титҡа 1:5—9). Изге Яҙманы яҙыусыларға был талаптарҙы аңлатырға ярҙам итер өсөн, Йәһүә изге рухын ҡулланған. Өлкәндәрҙе йә хеҙмәт ярҙамсыларын билдәләр өсөн фекер алышҡанда, өлкәндәр, Йәһүәгә доға ҡылып, унан изге рух һорай. Эйе, йыйылыштар менән Ғайса һәм Йәһүә етәкселек итә (Ғәмәлдәр 20:28). Беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡан, беҙгә булышлыҡ күрһәткән ағай-ҡәрҙәштәр — Алла биргән бүләк (Ефестарға 4:8).

17. Хөрмәт күрһәтер өсөн, ҡайһы бер осраҡтарҙа апай-ҡәрҙәш нимә эшләргә тейеш?

17 Ҡайһы саҡта йыйылышта өлкән дә, хеҙмәт ярҙамсыһы ла булмаҫҡа мөмкин. Ундай саҡтарҙа улар үтәргә тейешле вазифаларҙы, ғәҙәттә, һыуға сумдырылған башҡа ағай-ҡәрҙәштәр башҡара. Ә инде улар ҙа булмаһа, ағай-ҡәрҙәштәр башҡарған йөкләмәләрҙең ҡайһы берҙәрен апай-ҡәрҙәш үтәй. Шундай саҡтарҙа ул башын ҡапларға тейеш, мәҫәлән, яулыҡ ябынырға йә эшләпә кейергә була (1 Коринфтарға 11:3—10). Шулай итеп ул ғаиләлә һәм йыйылышта Йәһүә урынлаштырған баш булыу принцибын ихтирам итеүен күрһәтә. (15-се ҡушымтаны ҡара.)

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕН ХӨРМӘТ ИТЕҮ

18, 19. а) Римдарға 13:1—7-нән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? б) Хакимиәтте хөрмәт итеүебеҙҙе беҙ нисек күрһәтәбеҙ?

18 Йәһүә хөкүмәттәргә әлегә идара итергә хоҡуҡ биргән, шуға күрә беҙ уларҙы хөрмәт итергә тейеш. Улар мөһим эштәр башҡара, мәҫәлән, илдә һәм йәмғиәттә әҙме-күпме тәртип һаҡлай һәм кәрәкле хеҙмәт күрһәтә. Мәсихселәр Инжилдә яҙылған бойороҡҡа буйһона. (Римдарға 13:1—7-не уҡы.) Беҙ «хакимлыҡ иткән етәкселәрҙе» хөрмәт итәбеҙ һәм йәшәгән илебеҙҙең йә йәмғиәттең ҡанундарына буйһонабыҙ. Был ҡанундар ғаиләбеҙгә, эшебеҙгә йә милкебеҙгә ҡағылырға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ һалым түләйбеҙ һәм хөкүмәт талап иткән мәғлүмәтте йәшермәйбеҙ. Әммә хөкүмәт беҙҙән Алла ҡанундарын боҙорға талап итһә, нимә эшләргә? Илсе Петр: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тигән (Ғәмәлдәр 5:28, 29).

19 Әгәр беҙгә дәүләт хеҙмәткәрҙәре — судья йә полиция хеҙмәткәре менән эш итергә тура килә икән, беҙ һәр ваҡыт ихтирамлы булырға тейеш. Йәш мәсихселәр уҡытыусыларына һәм мәктәптәге башҡа хеҙмәткәрҙәргә ихтирам күрһәтә. Эш урыныбыҙҙа беҙ, башҡалар быны эшләмәһә лә, эш биреүсебеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ илсе Павелдың үрнәгенә эйәрәбеҙ. Ул, еңел булмаһа ла, дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ихтирам иткән (Ғәмәлдәр 26:2, 25). Башҡалар беҙҙең менән насар мөғәмәлә итһә лә, беҙ ихтирамлы булырға тырышабыҙ. (Римдарға 12:17, 18-ҙе уҡы; 1 Петр 3:15.)

20, 21. Башҡаларҙы ихтирам итеү ниндәй яҡшы һөҙөмтәләргә килтерергә мөмкин?

20 Бөтә донъя буйынса кешеләрҙең бер-береһенә ҡарата хөрмәте кәмегәндән-кәмей бара. Әммә Йәһүә халҡы араһында бөтөнләй икенсе хәл. Беҙ бар кешене лә хөрмәт итергә тырышабыҙ. Беҙ илсе Петрҙың: «Һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ», — тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалабыҙ (1 Петр 2:17). Башҡаларҙы хөрмәт иткәндә, улар быны күрмәй ҡалмай. «Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын» — тигән Ғайса (Матфей 5:16).

21 Ғаиләбеҙҙә, йыйылышыбыҙҙа, тормоштоң башҡа өлкәләрендә ихтирамлы булһаҡ, үрнәгебеҙ башҡаларҙы Йәһүә хаҡында күберәк белергә этәрергә мөмкин. Төрлө кешеләрҙе хөрмәт итеп, беҙ Йәһүәнең үҙенә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был Йәһүәне һөйөндөрә һәм уны яратыуыбыҙҙы иҫбатлай.