Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Мин Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм кисерергә әҙер булыуын аңланым

Мин Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм кисерергә әҙер булыуын аңланым
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1954

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: КАНАДА

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: АФЕРИСТ, УЙЫНСЫ

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

Мин Монреаль ҡалаһының ярлы һәм енәйәтселек киң таралған районында үҫтем. Миңә ярты ғына йәш булғанда, атайым үлгән, һәм әсәйем һигеҙ бала менән яңғыҙы ҡалған. Мин иң кесеһе инем.

Бала сағымдан уҡ тормошом наркотиктар, ҡомарлы уйындар һәм криминал тирәһендә әйләнде. Ун йәшемдә фәхишәләр һәм ростовщиктар араһында йомошсо малайға әйләндем. Мин йыш ҡына алдай торғайным һәм быны мәҙәк күрә инем. Шулай төрлөсә ҡыланыуҙан ҡыҙыҡ табыу мине наркотик кеүек мауыҡтыра ине.

14 йәшемә мин алдашыуҙа ныҡ оҫтарҙым, хатта төрлө афералар уйлап таба башланым. Мәҫәлән, алтын ялатылған сәғәт, беләҙек, балдаҡтарҙы күпләп һатып алып, келәймә һуға ла, имеш, саф алтындан яһалған тип, урамдарҙа, парк, вокзал һәм сауҙа үҙәктәре тирәһендә һата торғайным. Еңел аҡса аңымды ағыулағайны. Шулай бер саҡ мин бер көн эсендә генә 10 000 доллар аҡса эшләнем!

15 йәшемдә мине холоҡ төҙәтеү мәктәбенән ҡыуҙылар, һәм, йәшәр урыным булмағанлыҡтан, урамда, парктарҙа йә осраҡлы таныштарҙа ҡунып йөрөй башланым.

Минең махинацияларым йыш ҡына полицияға мәғлүм була ине. Әммә урланған әйбер һатмағас, мин төрмәгә эләкмәй инем. Шулай ҙа мутлашыу, ялған тауар һатыу һәм лицензиям булмағаны өсөн күп тапҡырҙар шаҡтай ҙур штраф түләнем. Бер кемдән дә ҡурҡмағанлыҡтан, мин хатта ростовщиктар өсөн аҡса тартып ала торғайным. Был эш ҡурҡыныс ине. Шуға күрә йыш ҡына пистолет алып йөрөргә тура килде. Ҡай саҡ бандалар менән бергә эш итә инем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Тәү тапҡыр мин Изге Яҙма менән 17 йәшемдә таныштым. Бергә йәшәгән ҡыҙым Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланы. Изге Яҙманың әхлаҡи принциптарын йәнем һөймәй ине. Шуға ла мин ул ҡыҙҙы ташлап, икенсе ҡыҙ менән йәшәй башланым.

Ләкин инде был ҡыҙым да Йәһүә шаһиттары менән өйрәнә башлағас, мин уйға ҡалдым. Ҡыҙым ныҡ үҙгәрҙе, уның түҙемле һәм йомшаҡ була барыуын күреп, мин Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залына барырға риза булдым. Ундағы кешеләрҙең дуҫтарса һәм әҙәпле мөғәмәләһе мине хайран ҡалдарҙы. Был минең тирә-яғымда әйләнгән донъяның ҡапма-ҡаршыһы ине! Бала сағымда мин бер ваҡытта ла үҙемде кәрәкле кеше итеп хис итмәнем, әсә наҙын, әсә ҡайғыртыуын күрмәнем. Ә бында, Йәһүә шаһиттары араһында, мин бала саҡтан хыялланған йылылыҡты тойҙом. Улар Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим иткәс, мин шатланып риза булдым.

Изге Яҙманы өйрәнеү тура мәғәнәлә ғүмеремде һаҡлап ҡалды. Беҙ ике ҡараҡ менән аҡса таларға план ҡорғайныҡ. Кәрт уйнап, 50 000 долларҙан ашыу бурысҡа батҡайным. Шул эштән бик ваҡытлы баш тартҡаныма сикһеҙ шатмын! Тегеләр иһә үҙ ниәтен тормошҡа ашырырға маташҡан, һөҙөмтәлә, береһе төрмәгә эләккән, икенсеһен үлтергәндәр.

Изге Яҙма өйрәнеүҙе дауам итеп, үҙемдә бик күпте үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Мәҫәлән, 1 Коринфтарға 6:10-да: «Ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар... Алла Батшалығына эйә була алмаясаҡ», — тиелә. Шуны уҡығас, үҙ хәлемдең ни хәтлем аяныс икәнен аңлап, мин ҡысҡырып илап ебәрҙем. Миңә тормошомдо тулыһынса үҙгәртергә кәрәк ине (Римдарға 12:2). Мин бит рәхимһеҙ һуғыш суҡмары инем, бөтә тормошом ялғанға ҡоролғайны.

Ләкин Изге Яҙманан мин Йәһүәнең мәрхәмәтле һәм кисерергә әҙер булыуын аңланым (Ишағыя 1:18). Элекке тормош рәүешемде ҡалдырырға ярҙам ит тип, мин Аллаға ҡат-ҡат ҡайнар доға ҡылдым. Уның ярҙамы менән әкеренләп уңышҡа ирешә алдым. Бергә йәшәгән ҡыҙым менән никахыбыҙҙы законлаштырыу ҙа минең өсөн мөһим аҙым булды.

Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡуллана башлап, мәсихсе юлына баҫҡанға күрә генә мин бөгөн иҫән

Шулай итеп, миңә 24 йәш ине һәм беҙгә ҡатыным менән өс баланы үҫтерергә кәрәк ине. Мин намыҫлы эшләп аҡса табырға теләнем, әммә белемем дә, рекомендацияларым да юҡ ине. Шулай ҙа Йәһүәгә яңынан ялбарып доға ҡылдым да эш эҙләй башланым. Эш биреүселәр менән һөйләшкәндә, тормошомдо үҙгәртергә һәм намыҫ менән эшләргә теләйем, тип әйтә инем. Ҡайһы саҡта хатта, законға буйһоноп йәшәргә теләйем, шуға күрә Изге Яҙманы өйрәнәм, тип тә һөйләй инем. Әммә бер кем дә мине эшкә алырға теләмәне. Һәм, ниһәйәт, сираттағы әңгәмә ваҡытында үҙемдең үткәнем хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләп биргәс, менеджер былай тине: «Ни өсөн икәнен үҙем дә әйтә алмайым, ләкин һеҙҙе эшкә алырға кәрәк тип уйлайым». Был, һис шикһеҙ, минең доғаларыма яуап ине. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, беҙ ҡатыным менән һыуға сумдырылдыҡ һәм Йәһүә шаһиты булып киттек.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ.

Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡуллана башлап, мәсихсе юлына баҫҡанға күрә генә мин бөгөн иҫән. Минең бына тигән ғаиләм бар. Йәһүә мине кисерҙе, һәм хәҙер инде мин саф выжданға эйә.

Бына инде 14 йыл мин тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашып, ваҡытымдың күп өлөшөн Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә сарыф итәм. Мин кешеләргә Изге Яҙманың нимәгә өйрәтеүен аңларға ярҙам итәм. Яңыраҡ ҡатыным да был хеҙмәттә миңә ҡушылды. Һуңғы 30 йыл эсендә 22 коллегамдың Йәһүә шаһиты булып китеүе мине сикһеҙ ҡыуандыра. Мин сауҙа үҙәктәренә һаман да йыш ҡына ингеләйем. Ләкин хәҙер инде кешеләрҙе алдар өсөн түгел, ә мутлыҡ та, алдашыу ҙа булмаған яңы донъя хаҡында һөйләп, киләсәккә өмөт бирер өсөн инәм (Зәбур 37:10, 11).