Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәүефһеҙ киләсәк — һәр кемдең хыялы

Хәүефһеҙ киләсәк — һәр кемдең хыялы

Һеҙ киләсәгегеҙҙең ниндәй булыуын теләйһегеҙ? Күпселек кеше һымаҡ, һеҙ ҙә, моғайын, үҙегеҙҙең һәм туғандарығыҙҙың бәхетле, һау булыуын, хәүефһеҙ һәм етеш йәшәүен теләйһегеҙҙер.

Ләкин күптәр бындай киләсәк булырына шикләнә. Улар ниндәйҙер көтөлмәгән ваҡиғаның, мәҫәлән, COVID-19 пандемияһының, еңел генә йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙырғанын, экономиканы емергәнен һәм хатта кеше ғүмерен өҙгәнен күрә. Һөҙөмтәлә, улар ҡурҡа башлай һәм иртәгәһе көнгә ышанысын юғалта.

Билдәһеҙлек арҡаһында кешеләр яҡшы киләсәккә гарантия бирерлек нәмә эҙләй. Ҡайһы берәүҙәр яҙмыш һәм уңыш кеүек күҙгә күренмәгән көстәргә ышана. Башҡалар белем алыу һәм етеш йәшәүҙе ышаныслы киләсәктең гарантияһы тип һанай. Шулай уҡ, яҡшы эштәр эшләһәң, барыһы ла һәйбәт булыр, тип уйлағандар ҙа бар.

Был варианттарҙың берәйһе һеҙгә тыныс киләсәккә ирешергә ярҙам итерме? Быны асыҡлар өсөн, башта түбәндәге һорауҙарға яуап табырға кәрәк:

  • ысынында һеҙҙең киләсәк нимәнән тора?

  • белем һәм аҡса яҡшы тормошҡа гарантия бирә аламы?

  • яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәктең гарантияһы була аламы?

  • нимә ышаныслы киләсәккә 100 процент гарантия бирә ала?

Яуаптарҙы «Күҙәтеү манараһының» ошо сығарылышында табырһығыҙ.