Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешегә нисек ярҙам итергә?

Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешегә нисек ярҙам итергә?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА БЫЛАЙ ТИЕЛӘ: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 17:17).

Был нимәне аңлата?

Дуҫыбыҙ психик ауырыуҙан яфаланғанда, беҙ юғалып ҡалырға һәм ни эшләргә лә белмәҫкә мөмкин. Әммә уға ярҙам итер өсөн һәм үҙ яратыуыбыҙҙы күрһәтер өсөн күп ысулдар бар.

Был нисек ярҙам итә ала?

«Һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр булһын» (ЯҠУБ 1:19).

Дуҫыбыҙға ярҙам итеүҙең иң яҡшы ысулы — уны иғтибар менән тыңлау. Әммә, уның һәр әйткән һүҙенә яуап бирергә кәрәк, тип уйламағыҙ. Иң мөһиме, кеше уны иғтибар итеп тыңлағанығыҙҙы һәм үҙе менән бергәләп ҡайғырғанығыҙҙы тойһон. Уның хәленә инергә тырышығыҙ һәм уны һис тә хөкөм итмәгеҙ. Иҫтә тотоғоҙ: ул уйламайынса берәй нәмә әйтергә һәм һуңынан быға үкенергә мөмкин (Әйүп 6:2, 3).

«Бойоҡҡан йәндәрҙе йыуатығыҙ» (1 ФЕССАЛОНИКАЛАРҒА 5:14, ЯДТ).

Дуҫығыҙ күңел тынғыһыҙлығы кисерергә йәки үҙен булдыҡһыҙ итеп тойорға мөмкин. Уға нимә әйтергә белмәһәгеҙ ҙә, уны бик ныҡ ҡәҙерләгәнегеҙгә ышандырығыҙ, һәм был уны йыуатыр.

«Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 17:17).

Дуҫығыҙға ярҙамығыҙҙы тәҡдим итегеҙ. Уға ниндәй ярҙам кәрәк икәнен беләм, тип уйламағыҙ, уның ниндәй ярҙамға мохтаж булыуын үҙенән һорағыҙ. Әгәр кешегә нимәгә мохтаж булғанын аңлатыуы ауыр булһа, уға бергәләп берәй нәмә эшләргә, мәҫәлән, тышта йөрөп килергә тәҡдим итегеҙ. Шулай уҡ уның менән бергә магазинға барып килергә, өйөн йыйыштырышырға йә башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә була (Галаттарға 6:2).

«Сабырлыҡ һаҡлағыҙ» (1 ФЕССАЛОНИКАЛАРҒА 5:14).

Дуҫығыҙҙың, бәлки, ҡайһы саҡта аралашырға кәйефе булмаҫ. Әгәр уның һөйләшеп алғыһы килһә, уны ихлас күңелдән тыңлаясағығыҙға ышандырығыҙ. Ауырыуы арҡаһында ул һеҙҙе рәнйетә алырҙай һүҙҙәр әйтергә йә эштәр ҡылырға мөмкин. Ул алдан һөйләшеп ҡуйылған пландарҙан баш тартыуы бар йә уның ҡапыл кәйефе боҙолоп китеүе ихтимал. Ундай саҡтарҙа сабыр булығыҙ һәм уны аңларға тырышығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24).

Һеҙҙең ярҙамығыҙ бик ҡиммәтле

«Мин дуҫыма терәк булырға тырышам. Уның бөтә ауырлыҡтарын да мин, әлбиттә, хәл итә алмайым, әммә уны иғтибар менән тыңлар өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Ҡайһы берҙә, күңелен бушатҡас, дуҫыма еңел булып ҡала» (Фэрра a, уның дуҫы туҡланыу тәртибенең боҙолоуынан, көслө борсолоуҙан һәм клиник депрессиянан интегә).

«Минең йылы һүҙҙәргә бай булған бер дуҫым бар. Бер ваҡыт ул мине, ҡунаҡҡа саҡырып, тәмле аш менән һыйланы. Уның йылы мөнәсәбәтен һәм яратыуын тойғанға, мин күңел түрҙәрем менән уртаҡлаша алдым. Миңә шул тиклем рәхәт һәм еңел булып ҡалды» (Ха Ын, клиник депрессия менән ауырый).

«Сабырлыҡ бик мөһим сифат. Ҡатыным мине көйөндөргәндә, мин үҙемә, ҡатыным быға ғәйепле түгел, ул ауырыуы арҡаһында үҙен шулай тота, тип иҫемә төшөрөп торам. Был миңә асыуланмаҫҡа һәм уның хистәренә иғтибарлыраҡ булырға ярҙам итә» (Джейкоб, ҡатыны клиник депрессия менән ауырый).

«Мине борсолоу тойғоһо биләп алғанда, ул бер ҡасан да эшләгем килмәгәндәрҙе эшләргә мәжбүр итмәй. Ҡайһы ваҡытта уға үҙе теләгән нәмәләрҙән баш тартырға тура килә. Минең ҡатыным — ысын хазина, ул бик йомарт һәм ҡорбандарға барырға әҙер» (Энрико, борсолоу тойғоһонан интегә).

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.