Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ

Ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ

КҮҘ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ бөтә донъяға билдәле кеше тураһында фильм ҡарайһығыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙ һоҡланған атаҡлы музыкант тураһында. Был фильм музыканттың бала сағын күрһәтеүҙән башлана. Һеҙ уның нисек музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгәнен һәм оҫталығын яҡшырта барғанын күҙәтәһегеҙ. Уның концерттар менән сығыш яһауын, бөтә донъя буйлап гастролдәргә йөрөүен һәм, ниһайәт, киң танылыу алғанын күрәһегеҙ. Һуңынан ул ҡартая, ижадының юғары баҫҡысына етә, әммә ахыр сиктә фильм бөтә, сөнки музыкант үлә.

Был фильм уйлап сығарылған хикәйә түгел, ошо кадрҙарҙа хәҙер инде үтеп киткән тотош бер ғүмер сағыла. Фильмдың геройы музыкант түгел, ә ғалим, спортсмен йә икенсе бер атаҡлы кеше булһа ла, сюжет шундай уҡ булыр ине. Кеше күп яҡшы нәмәләр эшләй ала, ләкин ҡартлыҡ һәм үлем булмаһа, уның ни тиклем күберәк нәмәләргә өлгәшә алыуы тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ.

Нисек кенә аяныслы булмаһын, беҙҙең барыбыҙҙы ла шундай ахыр көтә (Вәғәзсе 9:5). Беҙ нимә генә эшләһәк тә, беҙҙең беребеҙ ҙә ҡартлыҡтан һәм үлемдән ҡасып ҡотола алмай. Бынан тыш, ғүмеребеҙ бәлә-ҡазанан йәки дауалап булмаған ауырыуҙан ҡапыл ғына өҙөлөргә мөмкин. Кеше ғүмере тураһында Изге Яҙмала бына нимә тип яҙылған: «Һеҙ бит аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына» (Яҡуб 4:14).

Ҡайһы берәүҙәргә тормош шул хәтле мәғәнәһеҙ һәм маҡсатһыҙ булып күренә, хатта улар «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ» тигән принцип буйынса йәшәй (1 Коринфтарға 15:32). Бындай тормош рәүешен һайлаған кешеләрҙең ысынында үлемдең ҡотолғоһоҙ булыуына күнеккәнлеге менән ризалашырһығыҙ, моғайын. Бәлки, һеҙҙә иртәме-һуңмы, айырыуса түҙгеһеҙ шарттарға эләкһәгеҙ, «ошомо тормош тигәндәре?» тигән уй тыуырға мөмкин. Был һорауға яуапты ҡайҙан табырға?

Күптәр ышаныстарын ғалимдарға бағлай. Фән һәм медицинаның кеше ғүмерен оҙайтыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары ысынлап та өмөт уята. Ҡайһы бер ғалимдар кеше ғүмерен мөмкин тиклем күберәккә оҙайтыу өҫтөндә эшләй. Уларҙың тырышлыҡтары ниндәй генә һөҙөмтәгә килтермәһен, ошо һорауҙар барыбер яуапһыҙ ҡала: ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ? Дошманыбыҙ — үлем еңеләсәгенә өмөт бармы? Киләһе мәҡәләләрҙә был темаларҙы ҡарап сығырбыҙ һәм ошо һорауға яуап табырбыҙ: «Беҙҙе көткән бөтә нәмә ошомо?»