Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла һәм Ғайса тураһындағы хәҡиҡәт

Алла һәм Ғайса тураһындағы хәҡиҡәт

Кешеләр төрлө илаһтарға табына, әммә Алла бер генә (Яхъя 17:3). Ул — «Хоҙай Тәғәлә», бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе һәм Йәшәү сығанағы. Тик ул ғына ғибәҙәт ҡылыуға лайыҡ (Данил 7:18; Асылыш 4:11).

Алла кем ул?

Алла исеме Изге Яҙманың төп нөсхәһендә осрай ЯҠЫНСА 7 000 ТАПҠЫР

ЙӘҺҮӘ — Алланың исеме

РАББЫ, АЛЛА, АТАЙ — Йәһүә титулдарының ҡайһы берҙәре

Алланың исеме кем? Алла үҙе: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — ти (Ишағыя 42:8). Изге Яҙмала Алланың шәхси исеме яҡынса 7 000 тапҡыр осрай. Ләкин Изге Яҙма тәржемәселәренең күбеһе был исемде төрлө титул менән алмаштыра, мәҫәлән, «Раббы» тип атай. Алла һеҙҙең менән дуҫлашырға теләй, шуға ла үҙенең «исемен саҡырырға» дәртләндерә (Зәбур 105:1).

Йәһүәнең титулдары. Изге Яҙмала Йәһүәгә ҡарата ҡулланылған «Алла», «Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе», «Барлыҡҡа килтереүсе», «Атай», «Раббы» һәм «Хоҙай Тәғәлә» һымаҡ титулдар осрай. Изге Яҙмала яҙылған күп доғаларҙан күренеүенсә, Йәһүәнең хеҙмәтселәре уға хөрмәтле титулдар менән дә, уның шәхси исеме менән дә мөрәжәғәт иткән (Данил 9:4).

Алланың тәне. Алла — күҙгә күренмәй торған рухи зат (Яхъя 4:24). Инжил китабы, уны «бер кем дә... күрмәгән», тип раҫлай (Яхъя 1:18). Изге Яҙма Алланың хистәрен асыҡлай. Кешеләр уны көйәләндерергә йә «уның күңеленә хуш» килергә мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:20; Зәбур 78:40, 41).

Алланың күркәм сифаттары. Алла өсөн кешенең ниндәй халыҡтан, ғаиләнән булыуы, уның элекке тормошо мөһим түгел, ул бөтә кешегә лә бер тигеҙ ҡарай (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Ул шулай уҡ «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан... Ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй» (Сығыш 34:6, 7). Ләкин Алланың дүрт сифаты беҙҙе айырыуса уға йәлеп итә.

Ҡөҙрәт. «Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе» булғанға, Алла үҙе вәғәҙә иткәнде һис шикһеҙ үтәйәсәк (Башланмыш 17:1).

Зирәклек. Алла иң юғары зирәклеккә эйә. Бына ни өсөн Инжилдә ул «берҙән-бер зирәк» тип атала (Римдарға 16:27).

Ғәҙеллек. Алла һәр ваҡыт дөрөҫ эштәр ҡыла. «Уның эштәре камил» һәм ул «һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай» (Ҡанун 32:4).

Мөхәббәт. Инжилдә: «Алла — мөхәббәт ул», — тиелә (1 Яхъя 4:8). Эйе, ул яратыу сифатын сағылдыра, әммә улай ғына ла түгел, ул үҙе яратыуҙың сағылышы булып тора. Алланың бөйөк яратыуы уның бөтә эштәрендә лә күренә, һәм был беҙгә бәхет кенә килтерә.

Алланың кешеләр менән дуҫлығы. Алла беҙҙең ҡайғыртыусан Атайыбыҙ (Матфей 6:9). Уға иман итһәк, уның дуҫы була алырбыҙ (Зәбур 25:14). Эйе, Алла һеҙҙе үҙенә доғала яҡынлашырға саҡыра һәм Изге Яҙма аша кешеләргә ошо һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: «Бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7; Яҡуб 4:8).

Алла менән Ғайса араһында ниндәй айырма бар?

Ғайса Аллаһы Тәғәлә түгел. Ғайсаны Алла булдырған. Уны Аллаға тиңләү дөрөҫ түгел. Ғайсаның барлыҡҡа килеүе уникаль, сөнки уны ғына Алла үҙе бар иткән. Бына ни өсөн Изге Яҙмала ул Алла Улы тип атала (Яхъя 1:14). Ғайсаны барлыҡҡа килтергәс, Йәһүә уны, тере һәм тере булмаған бөтә нәмәне булдырыр өсөн, «һөнәрсе» итеп ҡулланған (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30, 31).

Ғайса үҙен бер ҡасан да Алла тип атамаған. Киреһенсә, ул былай тип аңлатҡан: «Мин [Алланан] килдем, Мине Ул ебәрҙе!» (Яхъя 7:29). Шәкерттәренең береһенә өндәшкәндә Ғайса Йәһүәне «Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ» һәм «Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ» тип атаған (Яхъя 20:17). Ғайсаның үлтерелеүенән һуң, Йәһүә уны күктәге тормош өсөн терелткән һәм, үҙенең уң яғына ултыртып, ҙур хакимлыҡ биргән (Матфей 28:18; Ғәмәлдәр 2:32, 33).

Ғайса беҙгә Аллаға яҡынлашырға ярҙам итә

Ғайса ергә Атаһы хаҡында белем бирер өсөн килгән. Йәһүә үҙе Ғайса хаҡында: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» — тигән (Марк 9:7). Ғайса Йәһүәне барыһынан да яҡшыраҡ белә. Ул былай тигән: «Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй» (Лука 10:22).

Ғайса Йәһүәнең сифаттарын камил рәүештә сағылдыра. Ғайса Атаһына шул тиклем оҡшаған, хатта: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була», — тип әйтә алған (Яхъя 14:9). Һүҙҙәрендә һәм эштәрендә Атаһының яратыуын өлгө итеп алып, Ғайса кешеләрҙе Аллаға йәлеп иткән. Ул: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән (Яхъя 14:6). Шулай уҡ Ғайса былай тигән: «Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй» (Яхъя 4:23). Уйлап ҡына ҡарағыҙ! Йәһүә һеҙҙең кеүек уның хаҡында хәҡиҡәтте белергә теләгән кешеләрҙе эҙләй.