Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ИМАНДАРЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛЫҒЫҘ | ХАНОХ

«Алла уның менән ҡәнәғәт булған»

«Алла уның менән ҡәнәғәт булған»

ХАНОХ күп быуаттар элек йәшәгән. Беҙгә, бәлки, күҙ алдына килтереүе лә ауырҙыр, әммә Ханох яҡынса 365 йыл йәшәгән! Был бөгөнгө кешеләрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғонан дүрт тапҡырға күберәк булған. Шулай ҙа Ханох үҙ заманы өсөн ҡарт кеше тип һаналмаған. Ул ваҡытта, 50 быуаттан ашыу элек, кешеләр беҙгә ҡарағанда күпкә оҙағыраҡ йәшәгән. Ханох тыуғанда, беренсе кеше Әҙәм инде 600 йәшен уҙған булған, һәм шул ваҡыттан алып ул тағы 300 йыл ғүмер иткән! Әҙәмдең ҡайһы бер тоҡомдары уның үҙенән дә оҙағыраҡ йәшәгән. Шуға күрә Ханох 365 йәшендә көс-ғәйрәте, дәрте ташып торған ир кеше булғандыр. Уның бар ғүмере әле алда булған, тип әйтеп була. Ләкин уға оҙаҡ йәшәргә ҡалмаған...

Ханохҡа ҡурҡыныс янаған. Күҙ алдыңа килтер: Ханох күптән түгел генә кешеләргә Алланың хәбәрен еткергән, ә хәҙер ул уларҙан ҡасып бара. Кешеләрҙең шул хәбәргә ҡарата мөнәсәбәте уның башынан сыҡмай. Уларҙың ярһыуы йөҙөнә сыҡҡан. Улар Ханохты күрә алмай. Улар уның хәбәрен дә, уны ебәргән Алланы ла нәфрәт итә. Әлбиттә, был кешеләр Ханохтың Аллаһына — Йәһүәгә һөжүм итә алмай, шуға улар Ханохтың үҙенә ташланырға йыйына! Ханох, ғаиләмде йәнә күрә алырмынмы икән, тип борсолалыр. Ул ҡатыны, ҡыҙҙары, улы Мофассал һәм ейәне Ламех тураһында уйлайҙыр (Башланмыш 5:21—23, 25). «Бына шуның менән ғүмерем бөтөрмө әллә?» — тигән уйҙар Ханохтың башынан йүгереп үтә.

Ханохты ниндәйҙер мәғәнәлә серле шәхес тип атап була. Ул Изге Яҙманың ни бары ҡыҫҡа өс өҙөгөндә генә телгә алына (Башланмыш 5:21—24; Еврейҙарға 11:5; Йәһүҙә 14, 15). Әммә ныҡ иманлы кешене тасуирлар өсөн, шул өҙөктәр ҙә етерлек. Бәлки, һинең дә ғаиләң барҙыр, һәм һиңә уның тураһында ҡайғыртырға кәрәктер. Һиңә ҡасан да булһа дөрөҫлөктө яҡларға тура килгәне бармы? Улай булһа, һин Ханохтың иманынан күп нәмәгә өйрәнә алаһың.

«УЛ АЛЛА ХОЗУРЫНДА БУЛДЫ»

Ханох тыуғанда, донъя аяныс хәлдә булған. Ул ваҡытта йәшәгән кешеләр Әҙәмдең алтынсы быуыны булып иҫәпләнгән. Улар Әҙәм менән Һауа юғалтҡан камиллыҡҡа күпкә яҡыныраҡ булған. Бына ни өсөн ул замандағы кешеләр шул тиклем оҙаҡ йәшәгән дә. Ләкин әхлаҡи һәм рухи яҡтан йәмғиәт ҡот осҡос хәлдә булған. Донъяла йәбер-золом киң таралған булған. Ундай аяуһыҙлыҡ инде икенсе быуында, Ҡабил үҙенең ҡустыһын Һабилды үлтергәс, сағыла башлаған. Ҡабилдың тоҡомдарының береһе үҙенең Ҡабилдан да ҡанһыҙыраҡ һәм үс алыусан булыуы менән хатта маҡтанып йөрөгән, күрәһең. Өсөнсө быуын кешеләре тағы ла яуызыраҡ эштәр ҡылған: улар Йәһүәнең исемен хөрмәтһеҙ рәүештә ҡуллана башлаған һәм, күрәһең, Алланың изге исемен көфөр һүҙ һөйләүҙә ҡулланған (Башланмыш 4:8, 23—26).

Ханох көндәрендә ундай боҙоҡ дин киң ҡолас алған. Үҫкәс, Ханохҡа һайлау яһарға кәрәк булған: ул күпселек артынан эйәрерме йә ерҙе һәм күкте барлыҡҡа килтергән хаҡ Алла — Йәһүә яҡлы булырмы? Ханох, күрәһең, Һабилдың үрнәге тураһында тәрән уйланған. Йәһүә Һабил менән ҡәнәғәт булған, сөнки ул уға дөрөҫ итеп ғибәҙәт ҡылған. Шуның арҡаһында ул үлтерелгән булған да. Ханох та хаҡ ғибәҙәт яҡлы булырға ҡарар иткән. Башланмыш 5:22-лә: «Ғүмере буйына ул [Ханох] Алланан айырылманы», — тиелә. Ошо ғәжәп һүҙҙәр Ханохты боҙоҡ донъянан айырылып торған тәҡүә кеше булараҡ тасуирлай. Изге Яҙмала Алланан ҡурҡып йәшәгән кешеләр тураһында һүҙ барғанда, тап Ханох беренсе булып телгә алына.

Тәүратта, улы Мофассал тыуғандан һуң да, Ханох «Алланан айырылманы», тип әйтелә. Шулай итеп, Ханохҡа яҡынса 65 йәш булғанда, ул ғаиләле булған. Уның ҡатыны, «улдары һәм ҡыҙҙары» булған. Изге Яҙмала Ханохтың күпме балаһы булғаны тураһында ла, ҡатынының исеме хаҡында ла бер нәмә лә әйтелмәй. Әгәр атай кеше Алла юлында йөрөй икән, ул, ғаиләһен тәьмин итеүҙән тыш, ғаиләһе хаҡында Алла талап иткәнсә ҡайғыртырға тейеш. Шулай уҡ Йәһүә Ханохтың үҙ ҡатынына тоғро булыуын көткән, һәм Ханох быны бик яҡшы аңлаған (Башланмыш 2:24). Ул, һис шикһеҙ, балаларына Йәһүә хаҡында белем бирер өсөн, ҡулынан килгәндең барыһын эшләгән. Һөҙөмтәһе ниндәй булған?

Был турала Изге Яҙмала күп әйтелмәй. Мәҫәлән, Ханохтың улы Мофассал Изге Яҙмала телгә алынған кешеләр араһында иң оҙон ғүмерлеһе булған һәм Туфан булған йылда ғына үлгән. Ул Алла юлында йөрөгәнме, юҡмы, был билдәле түгел. Ләкин беҙ уның Ламех исемле улы булғанын беләбеҙ. Ламех олатаһы Ханох менән бер быуат дауамында замандаш булған, тип әйтеп була. Ламех та иманлы кеше булып үҫкән. Йәһүә уны улы Нух тураһында пәйғәмбәрлек әйтергә дәртләндергән. Был пәйғәмбәрлек Туфандан һуң үтәлгән. Нух та, ҡарт олатаһы Ханох һымаҡ, Йәһүә юлында йөрөгән кеше булараҡ билдәле булған. Нух бер ҡасан да Ханохты күрмәгән. Әммә Ханох үҙенең тоҡомдарына бай мираҫ ҡалдырған. Нух был мираҫ тураһында, күрәһең, атаһы Ламехтан йә олатаһы Мофассалдан йә, бәлки, Ханохтың атаһы Яредтан белгән. Яред Нухҡа 366 йәш булғанда үлгән (Башланмыш 5:25—29; 6:9; 9:1).

Ханох менән Әҙәм араһында булған ҙур айырма тураһында уйлап ҡына ҡара. Әҙәм камил кеше булһа ла, Йәһүәгә ҡарата гонаһ ҡылып, тоҡомдарына фетнәсел рух менән ҡайғы-хәсрәттән башҡа бер нәмә лә ҡалдырмаған. Ханох иһә камил булмаһа ла, Йәһүә юлында йөрөгән һәм тоҡомдарына мираҫ итеп көслө иман өлгөһө ҡалдырған. Әҙәм Ханохҡа 308 йәш булғанда үлгән. Әҙәмдең тоҡомдары үҙе тураһында ғына уйлаған ата-бабаһының үлгәненә ҡайғырғанмы? Теүәл әйтеп булмай. Нисек кенә булмаһын, Изге Яҙмала, Ханох «Алла хозурында булды», тип әйтелә (Башланмыш 5:24).

Әгәр һинең дә ғаиләң булһа, Ханохтан нимәгә өйрәнә алыуың хаҡында уйлан. Әлбиттә, ғаиләнең матди яғын хәстәрләү бик мөһим, әммә иң мөһиме — ғаиләнең рухилығы хаҡында ҡайғыртыу (1 Тимофейға 5:8). Ғаиләнең был үтә мөһим ихтыяжын, һүҙ менән генә түгел, ә эш менән дә ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Һин дә, Ханох һымаҡ, Йәһүә юлында йөрөһәң һәм Алланың принциптары буйынса йәшәһәң, ғаиләңә бай мираҫ — баһалап бөтөргөһөҙ иман өлгөһө — ҡалдыра алырһың.

ХАНОХ «УЛАР ТУРАҺЫНДА ЛА ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК» ИТКӘН

Ханох, иманлы кеше булараҡ, иманһыҙ донъяла үҙен яңғыҙ хис иткәндер. Ә уның Аллаһы Йәһүә уға иғтибар иткәнме? Эйе. Бер көндө Йәһүә үҙенең хеҙмәтсеһе менән һөйләшергә булған. Алла уға йөкләмә биргән: Ханох үҙ замандаштарына мөһим бер хәбәр еткерергә тейеш булған. Шулай итеп, Алла Ханохты пәйғәмбәр иткән. Изге Яҙмала Алланың кешеләр аша әйткән пәйғәмбәрлектәре араһында беренсеһе Ханохтыҡы булған. Беҙ был хаҡта Ғайсаның бер туған ҡустыһы Йәһүҙәнең хатын уҡып беләбеҙ. Күп быуаттар үткәс, ул, Алла тарафынан рухландырылып, Ханохтың пәйғәмбәрлеген яҙып ҡуйған *.

Ханох нимә хаҡында пәйғәмбәрлек иткән? Ул былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер. Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар» (Йәһүҙә 14, 15). Ханох был пәйғәмбәрлектең мотлаҡ үтәләсәгенә ышанған. Уның ҡарашында Алла был пәйғәмбәрлекте инде үтәгән һымаҡ булған. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Ханох пәйғәмбәр әле үтәлмәгән, әммә киләсәктә мотлаҡ үтәләсәк ваҡиғалар тураһында инде бойомға ашҡан һымаҡ итеп һөйләгән (Ишағыя 46:10).

Ханох үҙҙәрен дошмандарса тотҡан кешеләргә ҡыйыу рәүештә Алланың хәбәрен еткергән

Был хәбәрҙе иғлан итеү Ханох өсөн нимә аңлатҡан? Киҫәтеүҙең ни тиклем көслө булыуына иғтибар итегеҙ: кешеләрҙе, уларҙың эштәрен һәм шул эштәрҙе нисек ҡылғандарын хөкөм итер өсөн, Ханох «динһеҙ» һәм «әҙәпһеҙ» тигән һүҙҙәр ҡуллана. Эйе, кешеләрҙең Әҙәм менән Һауаның Эдендан ҡыуылғандан һуң төҙөгән донъялары үтәнән-үтә серегән булған. Был пәйғәмбәрлек тап шуға иғтибар иткән дә. Донъяны һәләк ителеү көткән, сөнки Йәһүә «иҫәпһеҙ-һанһыҙ изге» фәрештәләре менән ғәҙел хөкөм сығарыр өсөн килергә тейеш булған. Ханох ҡыйыу рәүештә Алланың киҫәтеүен иғлан иткән, быны ул бер үҙе генә эшләгән! Ламех, бәлки, олатаһының ҡыйыулығына һоҡланып ҡарағындыр! Әгәр шулай булһа, был бер ҙә аптырарлыҡ түгел.

Ханохтың иманы тураһында уйланып, беҙ үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирә алабыҙ: «Мин бөгөнгө донъяға Алла ҡараған һымаҡ ҡарайыммы?» Ханох иғлан иткән хәбәр, ул ваҡыттағы донъяға ҡағылған һымаҡ, беҙ йәшәгән донъяға ла ҡағыла. Ханохтың һүҙҙәре үтәлгән: Йәһүә Нух көндәрендә аллаһыҙҙар өҫтөнә Туфан һыуы ебәргән. Әммә Туфан яҡын киләсәктә буласаҡ ҙур күләмдәге һәләк ителеүҙең прообразы булып тора (Матфей 24:38, 39; 2 Петр 2:4—6). Ул ваҡыттағы һымаҡ, тиҙҙән Алла «иҫәпһеҙ-һанһыҙ изге» фәрештәләре менән был яуыз донъяны хөкөм итергә сығасаҡ. Беҙҙең һәр беребеҙгә Ханохтың киҫәтеүенә ҡолаҡ һалырға һәм башҡаларға ла бына-бына башланырға торған афәт тураһында һөйләргә кәрәк. Ғаиләбеҙ һәм дуҫтарыбыҙ беҙҙән ситләшергә мөмкин. Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе япа-яңғыҙ хис итеүебеҙ бар. Ләкин Йәһүә, Ханохты бер ҡасан да ҡалдырмаған шикелле, үҙенең бөгөнгө тоғро хеҙмәтселәрен дә һис ҡасан ҡалдырмаясаҡ.

ҮЛЕМ ТАТЫМАЙЫНСА КҮСЕРЕЛГӘН БУЛҒАН

Ханох нисек үлгән? Ниндәйҙер мәғәнәлә уның үлеүе йәшәүенә ҡарағанда ла серлерәк булған. Башланмышта Ханох тураһында: «Ғүмере буйына ул Алла хозурында булды, шунан юҡ булды... Алла уны Үҙенә алды», — тип кенә әйтелә (Башланмыш 5:24). «Алған» тигән һүҙҙе нисек аңларға? Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә Еврейҙарға 11:5-тә, Алла уны күккә алды, тип әйтелә. Был ысынлап та шулай булғанмы? Юҡ. Изге Яҙманан күренеүенсә, күктә йәшәр өсөн беренсе булып Ғайса Мәсих терелтелгән булған (Яхъя 3:13).

Изге Яҙманың башҡа тәржемәләрендә Еврейҙарға 11:5-тә, Ханох үлем татымайынса күсерелгән булған, тиелә. Был нимә аңлата? Йәһүә, күрәһең, Ханохты, аяуһыҙ үлтерелеүҙән ҡотҡарып, йомшаҡ ҡына йәшәүҙән үлемгә күсергән. Әммә тәүҙә Ханох Алланың «уның менән ҡәнәғәт» булыуы тураһында шаһитлыҡ алған. Нисек итеп? Бәлки, Ханохҡа үлеме алдынан Алланан күренеш бирелгән булғандыр. Шул күренештә Алла уға киләсәктә ерҙә буласаҡ ожмахты күрһәткәндер. Был күренеш Алланың хуплауын раҫлаған асыҡ билдә булған. Ханох, был иҫ киткес күренеште күргәндән һуң, үлем йоҡоһона талған. Илсе Павел Аллаға тоғро булған ирҙәр һәм ҡатындар, шул иҫәптән Ханох тураһында бына нимә яҙған: «Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән» (Еврейҙарға 11:13). Ханохтың үлеменән һуң, дошмандар, бәлки, уның кәүҙәһен эҙләп табырға маташҡан, әммә таба алмаған, сөнки Йәһүә, уның кәүҙәһен хурламаһындар һәм ялған диндә ҡулланмаһындар өсөн юҡ иткәндер *.

Изге Яҙмала Ханох хаҡында әйтелгәндәрҙе күҙ уңында тотоп, әйҙәгеҙ, уның ғүмеренең нисек тамамланғанын күҙ алдына килтерәйек. Бәлки, барыһы ла ошолайыраҡ булғандыр: Ханох дошмандарынан ҡасып бара. Бер туҡтауһыҙ йүгереүҙән ул хәлдән тая. Эҙәрлекләүселәр уны эҙенән ҡалмай баҫтыра. Ханохтың хөкөм хәбәре был ҡанһыҙ кешеләрҙе бик ныҡ асыуландырған. Ханох, тын алыр өсөн, йәшенер урын таба, әммә иртәме, һуңмы үҙен барыбер табасаҡтар һәм язалап үлтерәсәктәр икәнен аңлай. Ул Аллаһына ҡайнар доға ҡыла. Шул мәлдә уны иҫ киткес тыныслыҡ солғап ала. Күренеш шул тиклем ысынбарлыҡҡа оҡшаш, Ханох хатта үҙен бөтөнләй башҡа донъяла һымаҡ хис итә.

Ханохҡа язалап үлтерелеү янаған, шуға күрә Йәһүә уны йәшәүҙән үлемгә күсергән

Күҙ алдына баҫҡан күренеш, уның быға тиклем күргәндәренән бик ныҡ айырылып тора. Ул үҙен Эден баҡсаһында булғандай тоя, әммә баҡсаға инеү урынын һаҡлап торған кирубтар юҡ. Ул һау-сәләмәт, көсө ташып торған күп ир һәм ҡатындарҙы күрә. Бөтә ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бында инде нәфрәт тә, дини эҙәрләүҙәр ҙә юҡ. Ул Йәһүәнең хуплауын һәм яратыуын һиҙә. Тап ошондалыр уның өйө. Ханохты әкрен генә тыныслыҡ солғап ала, ул күҙҙәрен йома ла тәрән йоҡоға тала.

Ул бөгөнгө көнгә тиклем шул хәлдә ҡала. Ул үлем йоҡоһона талған һәм иң ышаныслы урында — Йәһүә Алланың сикһеҙ хәтерендә һаҡлана! Күп быуаттар үткәс, Ғайса, Алланың хәтерендә һаҡланғандар, Алла Улының тауышын ишетеп, ҡәберҙәренән сығырҙар, тип вәғәҙә иткән. Улар тыныслыҡ хөкөм һөргән иҫ киткес матур, яңы донъяны күрерҙәр (Яхъя 5:28, 29).

Һеҙ ҙә шундай донъяла йәшәргә теләр инегеҙме? Ханох менән осрашыу шул тиклем тулҡынландырғыс булыр! Уйлап ҡына ҡарағыҙ, күпме ғәжәп нәмәләр хаҡында ул беҙгә һөйләй алыр! Ул беҙгә үҙенең үлеме хаҡындағы фараздарыбыҙ дөрөҫ булғанмы, юҡмы икәнен әйтә алыр. Әммә бөгөн беҙгә унан мөһим бер нәмәгә өйрәнергә кәрәк. Ханохты иҫкә алып, илсе Павел: «Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай», — тип әйткән (Еврейҙарға 11:6). Эйе, был Ханохтың иманын өлгө итеп алыу өсөн, бик етди сәбәп булып тора!

^ 14 абз. Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең ҡайһы берҙәре, Йәһүҙә Ханохтың апокрифик китабынан өҙөмтәләр килтергән, тип раҫлай. Әммә был яңылыш фекер, сөнки ул китап аҡылға һыймаҫлыҡ риүәйәттәрҙән тора. Шуға ҡайһы берәүҙәрҙең, уның авторы Ханох булған, тип әйтеүе дөрөҫ түгел. Ул китапта Ханохтың пәйғәмбәрлеге ысынлап та иҫкә алына, әммә уның авторы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалмаған яҙма сығанаҡты йә телдән-телгә күсеп килгән сығанаҡты ҡулланғандыр. Йәһүҙә, бәлки, шул уҡ боронғо сығанаҡты ҡулланған йә Ханох тураһында Ғайсанан ишетә алған. Ә Ғайса Ханохтың тормошон күктән күҙәткән.

^ 20 абз. Йәһүә, күрәһең, Мусаның һәм Ғайса пәйғәмбәрҙең кәүҙәһе менән дә шулай эш иткән. Шулай итеп ул кешеләргә уларҙың кәүҙәләрен хурларға йә ялған диндә ҡулланырға бирмәгән (Ҡанун 34:5, 6; Лука 24:3—6; Йәһүҙә 9).