Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ДҮРТ ҺЫБАЙЛЫ. УЛАР НИМӘ БЕЛГЕРТӘ?

Дүрт һыбайлы. Сер асылды

Дүрт һыбайлы. Сер асылды

Был дүрт һыбайлы серле һәм ҡурҡыныс булып күренергә мөмкин. Ләкин был улай түгел. Сөнки Изге Яҙмала яҙылғандар һәм хәҙерге тарихтың ваҡиғалары беҙгә һәр һыбайлының кемде йә нимәне символлаштырғанын билдәләргә ярҙам итә. Әммә Изге Яҙмалағы был образ кешелек өсөн ауыр осорҙоң башланыуы менән бәйле булһа ла, дүрт һыбайлының сабып барыуы һеҙҙең өсөн дә, ғаиләгеҙ өсөн дә яҡшы хәбәр булып тора. Ни өсөн шулай әйтеп була? Тәүҙә, әйҙәгеҙ, һәр һыбайлының кемде йә нимәне символлаштырғанын беләйек.

АҠ АТҠА АТЛАНҒАН ҺЫБАЙЛЫ

Күренеш былай башлана: «Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты» (Асылыш 6:2).

Аҡ атҡа атланған һыбайлы кем ул? Яуапты Изге Яҙманың шул уҡ китабында — Асылышта табып була. Унда күктәге был һыбайлы «Алла һүҙе» тип атала (Асылыш 19:11—13). «Һүҙ» тигән титул Ғайса Мәсихкә ҡарата ҡулланыла, сөнки ул Алланың вәкиле (Яхъя 1:1, 14). Асылыш китабында ул шулай уҡ «Тоғро һәм Хаҡ», «Батшаларҙың батшаһы» һәм «Хакимдарҙың Хакимы» тип атала (Асылыш 19:11, 16). Эйе, Ғайсаға Ғәскәри-Батша булараҡ эш итергә хакимлыҡ бирелгән, һәм ул хакимлығын башҡаларға зыян килтерер өсөн ҡулланмаясаҡ. Әммә бер нисә һорау тыуа.

Ғайсаға һуғыш алып барырға кем хакимлыҡ биргән? (Асылыш 6:2) Данил пәйғәмбәр күргән күренештә «әҙәм улына», йәғни Мәсихкә, «боронғонан йәшәп килгән Заттан» — Йәһүә Алланан * — «хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ» бирелә (Данил 7:13, 14). Шулай итеп, Ғайсаға идара итеү һәм хөкөм итеү хоҡуғын Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла биргән. Изге Яҙмала аҡ төҫ йыш ҡына ғәҙеллекте һүрәтләр өсөн ҡулланыла. Шунлыҡтан аҡ ат Алланың Улы алып барған ғәҙел һуғыштың урынлы символы булып тора (Асылыш 3:4; 7:9, 13, 14).

Был һыбайлылар ҡасан саба башлаған? Беренсе һыбайлы, Ғайса, күктә батша тажын алғас сабырға сыҡҡан (Асылыш 6:2). Ләкин ул ҡасан Батша булып киткән? Үлеменән һуң күккә күтәрелгәсме? Юҡ. Изге Яҙмала, Ғайсаның күккә күтәрелеүәнән һуң, көтөү осоро башланған, тип әйтелә (Еврейҙарға 10:12, 13). Ғайса үҙенең шәкерттәренә шул осорҙоң тамамланыуын һәм үҙенең күктә идара итә башлау ваҡытын аңларға ярҙам иткән билдә биргән. Ул, шул ваҡытта ерҙәге шарттар кинәт насарайып китер: донъяла һуғыш, аслыҡ һәм ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, тигән (Матфей 24:3, 7; Лука 21:10, 11). 1914 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғас, кешелек «ауыр ваҡыттар» тип йөрөтөлгән дәүергә аяҡ баҫҡан. Изге Яҙмала был осор «ахырызаман» тип атала (2 Тимофейға 3:1—5).

Әммә ни өсөн Ғайсаның 1914 йылда идара итә башлауынан һуң ерҙәге шарттар яҡшырмай, ә, киреһенсә, насарая ғына бара? Сөнки ул ваҡытта Ғайса ерҙә түгел, ә күктә идара итә башлаған. Һуңынан күктә һуғыш башланған, һәм Батша Ғайса — Асылыш китабында ул Михаил тип атала — Шайтанды һәм уның ендәрен ергә бәреп төшөргән (Асылыш 12:7—9, 12). Хәҙер Шайтан асыуҙан ярһып йөрөй, сөнки ваҡытының аҙ ҡалыуын белә. Ысындан да, тиҙҙән Алла Шайтанға сығарған хөкөм ҡарарын бойомға ашырасаҡ һәм уны юҡ итәсәк (Матфей 6:10). Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ҡалған өс һыбайлы тураһында ла беләйек. Улар беҙҙең «ахырызаман» ваҡытында йәшәүебеҙҙе раҫлай. Әммә беренсе һыбайлынан айырмалы рәүештә, улар берәй шәхесте түгел, ә донъялағы шарттарҙы символлаштыра.

ҠЫҘЫЛ АТҠА АТЛАНҒАН ҺЫБАЙЛЫ

«Хәҙер инде икенсе бер ерән [„ҡыҙыл“, ЯДТ] ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо» (Асылыш 6:4).

Был һыбайлы һуғыштарҙы символлаштыра. Ул бер нисә халыҡтан ғына түгел, ә бөтә ер йөҙөнән тыныслыҡты ала. 1914 йылда кешелек тарихында беренсе тапҡыр бөтә донъя һуғышы ҡупҡан. Унан һуң тағы ла һәләкәтлерәк Икенсе бөтә донъя һуғышы башланған. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, 1914 йылдан башлап һуғыштар һәм бәрелештәр арҡаһында 100 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән, һәм бик күп кеше ғәрипләнгән.

Һуғыштар беҙҙең көндәрҙе айырып торған һыҙатҡа әйләнгән, тип әйтеп буламы? Әлбиттә, сөнки тарихта беренсе тапҡыр кешелек үҙ-үҙен һәләк итеү дәрәжәһенә еткән. Хатта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һымаҡ тыныслыҡ урынлаштырыусы ойошмалар ҙа ҡыҙыл атҡа атланған һыбайлыны туҡтата алмай.

ҠАРА АТҠА АТЛАНҒАН ҺЫБАЙЛЫ

«Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: „Бер үлсәм бойҙай өсөн бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә“» (Асылыш 6:5, 6).

Был һыбайлы аслыҡ символы булып тора. Күренештә бер тауыш аҙыҡ-түлеккә ҡот осҡос хаҡтар иғлан итә: бер үлсәм (0,7 кг) бойҙайҙың хаҡы бер көнлөк эш хаҡына тиң! Шул уҡ хаҡҡа өс үлсәм (2,1 кг) сифатһыҙыраҡ иген — арпа һатыла. Шундай шарттарҙа ҙур ғаиләне нисек ашатырға? Кешеләргә ашау яғын ҡыҫырға һәм хатта көндәлек ризыҡтан баш тартырға тура килә. Күренештә был көндәлек ризыҡ беренсе быуатта йәшәгән кешеләрҙең көндәлек ризығы — зәйтүн майы һәм шарап итеп һүрәтләнә.

Ҡара атҡа атланған һыбайлының 1914 йылдан алып саба башлауына дәлилдәр бармы? Эйе! XX быуат дауамында 70 миллион тирәһе кеше аслыҡтан үлгән. Бер сығанаҡта әйтелгәнсә, «2012—2014 йылдарҙа 805 миллион кеше — бөтә донъя халыҡ иҫәбенең туғыҙҙан бер өлөшө тиерлек — аслы-туҡлы йәшәгән». Башҡа сығанаҡта, «йыл һайын аслыҡтан үлгән кешеләрҙең һаны СПИД, малярия һәм туберкулез ауырыуҙарынан үлгәндәрҙең һанын бергә ҡушҡанда ла күберәк булып сыға», тип әйтелә. Кешеләрҙең аслыҡ менән көрәшер өсөн күп тырышлыҡ һалыуына ҡарамаҫтан, ҡара атҡа атланған һыбайлы сабыуын дауам итә.

КҮКҺЕЛ АТҠА АТЛАНҒАН ҺЫБАЙЛЫ

«Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме „Үлем“ ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде» (Асылыш 6:8).

Дүртенсе һыбайлы ауырыуҙар һәм башҡа сәбәптәр арҡаһындағы үлемде символлаштыра. 1914 йылдан һуң күп тә үтмәҫтән испанка грипынан тиҫтәләгән миллион кеше һәләк булған. Был сир 500 миллион тирәһе кешегә — ер шарында йәшәгән һәр өсөнсө кешегә йоҡҡан!

Әммә испанка грипы ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралыуының башланғысы ғына булған. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, XX быуатта сәсәк ауырыуынан йөҙәрләгән миллион кеше үлгән. Медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, бөгөн дә СПИД, туберкулез һәм малярия арҡаһында миллионлаған кеше үлә.

Һуғыштар, аслыҡ, йоғошло сирҙәр — быларҙың барыһы ла үлемгә килтерә. Кешелектең дөйөм ҡәберенә бер туҡтауһыҙ яңы ҡорбандар өҫтәлеп тора. Эйе, кешелек өсөн өмөт юҡ һымаҡ тойолорға мөмкин.

АЛДА ЯҠТЫ КИЛӘСӘК!

Тиҙҙән бәлә-ҡазалар һәм ғазаптар бөтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, 1914 йылда Ғайса, аҡ атҡа атланып, «еңеүсе булараҡ» сыҡҡан һәм Шайтанды күктән ергә бәреп төшөргән. Әммә бының менән уның еңеүҙәре тамамланмаған (Асылыш 6:2; 12:9, 12). Оҙаҡламай Армагеддон ваҡытында Ғайса кешеләрҙе Шайтандың тәьҫиренән азат итәсәк һәм уның яҡлы булған кешеләрҙе юҡ итәсәк (Асылыш 20:1—3). Ғайса өс һыбайлыны туҡтатыуҙан тыш, улар килтергән зыянды ла ҡаплаясаҡ. Нисек итеп? Киләһе абзацтарҙа килтерелгән Изге Яҙмалағы вәғәҙәләргә иғтибар итегеҙ.

Һуғыштар булмаясаҡ, ерҙә тыныслыҡ хөкөм һөрәсәк. Изге Яҙмала, Йәһүә «бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата, йәйәне һәм һөңгөнө һындыра», тиелә (Зәбур 46:9). Эйе, шул саҡта тыныслыҡ һөйөүсе кешеләр «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:11).

Аслыҡ бөтәсәк, ризыҡ мул буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр. Тау баштарында ул артығы менән булыр», — тигән вәғәҙә яҙылған (Зәбур 72:16).

Тиҙҙән Ғайса өс һыбайлы килтергән зыянды ҡаплаясаҡ

Ауырыуҙар һәм үлем юҡҡа сығасаҡ. Бөтә кешеләрҙең дә һаулығы камил буласаҡ һәм улар мәңге йәшәйәсәк. «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:4).

Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса үҙенең идаралығы аҫтындағы тормош ниндәй буласағын күрһәткән. Ул тыныслыҡҡа өндәгән, шулай уҡ, мөғжизә ҡылып, меңәрләгән кешене ашатҡан һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелткән (Матфей 12:15; 14:19—21; 26:52; Яхъя 11:43, 44).

Тиҙҙән Ғайса өс һыбайлыны туҡтатасаҡ. Ғайсаның идараһы аҫтында йәшәргә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ. Улар бик теләп һорауҙарығыҙға Изге Яҙманан яуаптар күрһәтер.

^ 7 абз. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың исеме.