Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыямы?

Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыямы?

 Юҡ. Беҙҙең ойошма үҙ ағзаларын ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыймай. Ни өсөн?

  Изге Яҙма һәр кешене, үҙ һиҙгерлеген өйрәтеп, яҡшыны насарҙан айыра белергә саҡыра (Еврейҙарға 5:14).

  Кеше, Изге Яҙмала бирелгән төп принциптар тураһында уйланып, күңел асыуҙарҙы үҙе һайлай ала a. Беҙ тормоштоң бөтә өлкәләрендә «Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра» белергә теләйбеҙ (Ефестарға 5:10).

  Изге Яҙмала яҙылғанса, ғаилә башлыҡтары бер ни тиклем хакимлыҡҡа эйә. Шуға күрә улар үҙ ғаилә ағзаларын ниндәйҙер күңел асыуҙарҙан тыйырға мөмкин (1 Коринфтарға 11:3; Ефестарға 6:1—4). Әммә ғаиләһенән тыш, башҡа кешеләрҙе ниндәйҙер фильм ҡарауҙан һәм йыр тыңлауҙан тыйырға йәки, йыйылыш ағзалары теге йә был артистың ижадын ҡабул итергә тейеш түгел, тип раҫларға бер кемдең дә хаҡы юҡ (Галаттарға 6:5).

a Мәҫәлән, Изге Яҙмала енси әхлаҡһыҙлыҡ, сихырсылыҡ һәм көс ҡулланыу менән бәйле бар нәмә хөкөм ителә (Ҡанун 18:10—13; Ефестарға 5:3; Колосстарға 3:8).