Төп мәғлүмәткә күсеү

Алла ғазаптарыбыҙҙа ғәйеплеме?

Алла ғазаптарыбыҙҙа ғәйеплеме?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма был һорауға: «Юҡ!» — тип яуап бирә. Кешеләрҙең яфаланып йәшәүе һис тә Алланың ниәтенә инмәгән. Сәбәп шунда: беренсе кешеләр — Әҙәм менән Һауа — нимә яҡшы, нимә насар икәнен үҙҙәре билдәләргә теләп, Алла хакимлығына ҡаршы сыҡҡан. Улар Алланан ваз кискән һәм шул арҡала аяныс хәлгә эләккән.

 Бөгөн беҙ улар ҡылған эштең әсе емештәрен татыйбыҙ. Әммә Алла һис тә ғазаптарыбыҙға сәбәпсе түгел.

 Инжилдә былай тип әйтелә: «Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: „Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән“, — тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай» (Яҡуб 1:13). Ғазаптар бер кемде лә, хатта Алла илтифатына лайыҡ кешеләрҙе лә урап үтмәй.