Төп мәғлүмәткә күсеү

Шайтан ысынлап та бармы?

Шайтан ысынлап та бармы?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе, Шайтан ысынлап та бар. Ул — «был донъяның хакимы», яуыз булып киткән һәм Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән рухи шәхес (Яхъя 14:30; Ефестарға 6:11, 12). Изге Яҙма уның ысынында кем икәнен асыҡлай. Унда ул, мәҫәлән, былай тип атала:

  •   Шайтан, «дошман» тигәнде аңлата (Әйүп 1:6).

  •   Иблис, «яла яғыусы» тигәнде аңлата (Асылыш 12:9).

  •   Йылан, Изге Яҙмала был һүҙ «алдаҡсы» мәғәнәһендә ҡулланыла (2 Коринфтарға 11:3).

  •   «Ҡотҡосо» (Матфей 4:3).

  •   «Ялғансы» (Яхъя 8:44).

Шайтан яуыз сифат ҡына түгел

 Ҡайһы бер кешеләр, Шайтан — ул кешеләрҙә булған яуызлыҡ ҡына, тип уйлай. Әммә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла Шайтан менән һөйләшкән. Алла камил һәм унда бер ниндәй ҙә яуызлыҡ юҡ, шуға күрә ул бер нисек тә үҙендә булған яуызлыҡ менән һөйләшә алмаған (Ҡанун 32:4; Әйүп 2:1—6). Шайтан шулай уҡ Ғайса Мәсихте насар эштәргә ҡотортҡан, ә Ғайса гонаһһыҙ (Матфей 4:8—10; 1 Яхъя 3:5). Шулай итеп, Изге Яҙма буйынса, Шайтан яуызлыҡтың кәүҙәләнеше генә түгел, ул ысындан да бар.

 Әммә бик күп кеше Шайтандың барлығына шикләнә. Быға ғәжәпләнергә кәрәкме? Һис тә юҡ, сөнки Изге Яҙма буйынса, Иблис, үҙ маҡсаттарына өлгәшер өсөн, кешеләрҙе төрлөсә алдай (2 Фессалоникаларға 2:9, 10). Ул ҡулланған хәйләләрҙең береһе — кешеләр уның барлығына ышанмаһын өсөн, уларҙың аҡылын томалау (2 Коринфтарға 4:4).

Шайтан тураһында яңылыш ҡараштар

  Яңылыш ҡараш. Люцифер — Шайтандың башҡа исеме.

 Факт. Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «Люцифер» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе «балҡып торған» тигәнде аңлата (Ишағыя 14:12). Контекстан күренеүенсә, был һүҙбәйләнеш Алла баҫалҡыландырған тәкәббер Вавилон батшаларына ҡарата ҡулланылған (Ишағыя 14:4, 13—20). «Балҡып торған» тигән һүҙбәйләнеш, Вавилон батшаларының династияһы тәхеттән төшөрөлгәндән һуң, уларҙан мыҫҡыллап көлөр өсөн ҡулланылған.

  Яңылыш ҡараш. Шайтан Аллаға кешеләрҙе хөкөм итергә ярҙам итә.

 Факт. Иблис Алланың хеҙмәтсеһе түгел, ул — уның дошманы. Шайтан Аллаға хеҙмәт иткән кешеләргә ҡаршы килә һәм уларҙы нахаҡҡа ғәйепләй (1 Петр 5:8; Асылыш 12:10).