Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн доға ҡылырға кәрәк? Алла миңә яуап бирерме?

Ни өсөн доға ҡылырға кәрәк? Алла миңә яуап бирерме?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма ла, тормоштағы төрлө осраҡтар ҙа Алланың доғаларға яуап биреүен күрһәтә. Изге Яҙмала: «Ул [Алла] уны хөрмәт итеүселәрҙең теләктәрен үтәй, ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип уҡыйбыҙ (Зәбур 145:19). Әммә һеҙҙең доғаларығыҙға Алла яуап бирерме, юҡмы — уныһы күберәк үҙегеҙгә бәйле.

Алла өсөн нимә мөһим?

  •   Беҙ Аллаға доға ҡылырға тейешбеҙ, ә Ғайсаға ла, Мәрйәмгә лә түгел, изгеләргә лә, фәрештәләргә лә, һүрәттәргә лә түгел. Тик Йәһүә генә «Доғаларҙы Тыңлаусы» тип атала (Зәбур 65:2).

  •   Алланың ихтыярына ярашлы, йәғни Изге Яҙмала яҙылған талаптарға тура килтереп, доға ҡылырға кәрәк (1 Яхъя 5:14).

  •   Ғайса исеме хаҡына, уның ролен танып, доға ҡылырға кәрәк. «Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән Ғайса (Яхъя 14:6).

  •   Ышаныс менән доға ҡылырға, иман етмәһә, күберәк иман биреүен һорарға кәрәк (Матфай 21:22; Лука 17:5).

  •   Кеселекле һәм эскерһеҙ булырға. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Йәһүә юғары булһа ла, баҫалҡыны [кеселеклене] күрә» (Зәбур 138:6).

  •   Өҙлөкһөҙ доға ҡылырға. Ғайса: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр», — тигән (Лука 11:9).

Алла өсөн нимә мөһим түгел?

  •   Һеҙҙең расағыҙ йә милләтегеҙ. Алла «кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).

  •   Һеҙҙең кәүҙә торошо. Аллаға ултырған килеш тә, баҫып та, башығыҙҙы түбән эйеп тә, тубыҡланып та доға ҡыла алаһығыҙ (1 Йылъяҙма 17:16; Зәбур 95:6; Данил 6:10; Марк 11:25).

  •   Ҡысҡырыпмы әллә эстән генә доға ҡылаһығыҙмы. Кеше башҡаларға һиҙҙермәй эстән генә доға ҡылһа ла, Алла уға яуап бирә (Ниҡәми 2:1—6).

  •   Борсолоуҙарығыҙ етдиме әллә ғәҙәттәгеме. Алла «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» һәм «үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе» уға йөкмәтергә саҡыра (1 Петр 5:7).