Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайсаның ҡорбаны нисек итеп «күптәрҙе йолоп» ала?

Ғайсаның ҡорбаны нисек итеп «күптәрҙе йолоп» ала?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайса Мәсихтең ҡорбаны — ул кешелекте гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн Йәһүә күргән сара. Инжилдән күренеүенсә, Ғайсаның ҡаны кешелекте йолоп алыу хаҡы булып тора (Ефестарға 1:7; 1 Петр 1:18, 19). Шуға күрә лә Ғайса үҙе әйткәнсә, ул «күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип» килгән (Матфей 20:28).

Ни өсөн «күптәрҙе йолоп» алырға кәрәк булған?

 Беренсе кеше, Әҙәм, камил итеп яратылған, йәғни гонаһһыҙ булған. Ул мәңге йәшәй алыр ине, ләкин Аллаға буйһонмаҫҡа булғас, был мөмкинлекте юғалтҡан (Башланмыш 3:17—19). Балалары тыуғас, Әҙәмдең гонаһы нәҫел буйынса уларға ла күскән (Римдарға 5:12). Шуға ла Изге Яҙмала, Әҙәм үҙен дә, балаларын да гонаһ һәм үлем ҡоллоғона һатҡан, тиелә (Римдарға 7:14). Камил булмағанлыҡтан, улар Әҙәм юғалтҡанды кире ҡайтарыр өсөн йолом түләй алмай (Зәбур 49:7, 8).

 Әҙәмдең шул тиклем аяныс хәлгә эләккән балаларын Алла бик ныҡ йәлләгән (Яхъя 3:16). Әммә уларҙың гонаһтарына күҙ йомоу, йәғни уларҙы бер нигеҙһеҙ кисереү Алланың үҙе урынлаштырған ғәҙеллек нормаларына ҡаршы килеү булыр ине (Зәбур 89:14; Римдарға 3:23—26). Алла кешеләрҙе ярата, шуға ла уларҙың гонаһтарын кисерер өсөн генә түгел, ә гонаһтарынан бөтөнләй азат итер өсөн, законлы нигеҙ биргән (Римдарға 5:6—8). Йолом тап ошо законлы нигеҙ булып тора ла инде.

Йоломдоң асылы нимәлә?

 Изге Яҙма буйынса, йолом төшөнсәһе үҙ эсенә өс яҡты ала:

  1.   Түләү тигәнде аңлата (Һандар 3:46, 47).

  2.   Азат итеү сараһы булып тора (Сығыш 21:30).

  3.   Түләнгән нәмәнең хаҡына тиң йә уның хаҡын ҡаплай a.

 Ошо өс яҡ Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанында нисек сағылғанын ҡарап сығайыҡ.

  1.   Түләү. Инжилдә, мәсихселәр «ҡиммәт хаҡҡа һатып алынды», тиелә (1 Коринфтарға 6:20; 7:23). Был хаҡ, йәғни түләү — Ғайса Мәсихтең ҡаны, ул үҙ ҡаны менән «һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып» алған (Асылыш 5:8, 9).

  2.   Азат итеү. Ғайса Мәсих беҙҙе «Үҙ үлеме менән ҡотҡарып», гонаһтан азат итте (1 Коринфтарға 1:30; Колосстарға 1:14; Еврейҙарға 9:15).

  3.   Түләнгән нәмәнең хаҡына тиң. Ғайсаның ҡорбаны Әҙәм юғалтҡан ғүмергә — бер камил кешенең ғүмеренә тиң (1 Коринфтарға 15:21, 22, 45, 46). Изге Яҙмала былай тиелә: «Берәүҙең [Әҙәмдең] тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең [Ғайса Мәсихтең] тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана» (Римдарға 5:19). Бына ни өсөн бер кешенең үлеме гонаһлы күп кешеләр өсөн йолом була ала. Ғайсаның ҡорбаны — барыһы өсөн тейешле йолом, һәм был йолом кәрәкле аҙымдар яһаған кешеләргә файҙа килтерә (1 Тимофейға 2:5, 6).

a Изге Яҙмала ҡулланылған «йолом» тигән һүҙ түләнгән хаҡты йә түләнгән берәй ҡиммәтле нәмәне аңлата. Мәҫәлән, кафа́р тигән боронғо еврей ҡылымының төп мәғәнәһе — «ҡаплау» (Башланмыш 6:14). Ғәҙәттә, был һүҙ гонаһтарҙы ҡаплау, йәғни уларҙан азат итеү тураһында һүҙ барғанда ҡулланыла (Зәбур 65:3). Ә уға яҡын ко́фер тигән һүҙ ошо маҡсат өсөн түләнгән хаҡты, йәғни йолоп алыу хаҡын аңлата (Сығыш 21:30). Шуға ярашлы, ғәҙәттә, «йолоп алыу» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ли́трон шулай уҡ «азат итеү» тигән мәғәнә лә йөрөтөргә мөмкин (Матфей 20:28). Грек яҙыусылары хәрби әсирҙәрҙе йә ҡолдарҙы азат итер өсөн түләнгән хаҡ тураһында яҙғанда ошо һүҙҙе ҡулланған.