Төп мәғлүмәткә күсеү

Алланың нисә исеме бар?

Алланың нисә исеме бар?

Изге Яҙманан яуап

 Алланың шәхси исеме берәү генә. Еврей телендә ул ошолай яҙыла: ‏.יהוה Башҡортса «Йәһүә» a тип әйтелә. Үҙенең Ишағыя исемле пәйғәмбәре аша Алла: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — тип әйткән (Ишағыя 42:8). Изге Яҙманың боронғо ҡулъяҙмаларында был исем яҡынса 7 000 тапҡыр, йәғни Аллаға ҡарата ҡулланылған башҡа һүҙҙәргә ҡарағанда күпкә йышыраҡ осрай. Улай ғына ла түгел, Изге Яҙмала башҡа бер ниндәй шәхси исем дә шул саҡлы күп ҡабатланмай b.

Йәһүәнең башҡа исемдәре бармы?

 Изге Яҙмаға ярашлы, Алланың шәхси исеме берәү генә. Шул уҡ ваҡытта, Йәһүә шәхесенең төрлө яҡтарын һүрәтләр өсөн, унда бик күп титулдар һәм эпитеттар ҡулланылған. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап китәйек.

Титул

Изге Яҙмала яҙылған урын

Мәғәнәһе

Алла, Хоҙай

Башланмыш 1:1

Кешеләр табына торған зат; Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе. Элохи́м тигән еврей һүҙе күплек һанында тора, шул рәүешле Йәһүәнең бөйөклөгө, юғары дәрәжәһе һәм тиңе булмаған сифаттары һүрәтләнә.

Аллаларҙың Аллаһы

Ҡанун 10:17

Кешеләр табынған «файҙаһыҙ илаһтар» менән сағыштырып та булмаҫлыҡ Иң баш Алла (Ишағыя 2:8).

Аллаһ

Юҡ

«Аллаһ» тигән һүҙ шәхси исем түгел, ә «Хоҙай» мәғәнәһен аңлатҡан титул, ул ғәрәп теленән алынған. Шуға ла ул һүҙ Изге Яҙманың ғәрәп телендәге һәм башҡа телдәрҙәге тәржемәләрендә ҡулланыла.

Аллаһы Тәғәлә, Хоҙай Тәғәлә

Зәбур 47:2; Данил 7:18, 27

Иң юғары дәрәжәгә эйә; Бөйөк Хаким.

Альфа һәм Омега

Асылыш 1:8; 21:6; 22:13

«Тәүгеһе һәм Һуңғыһы» йә «Башы һәм Аҙағы», йәғни Йәһүәгә тиклем Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла булмаған һәм унан һуң да булмаясаҡ тигәнде аңлата (Ишағыя 43:10). «Альфа» һәм «Омега» — грек алфавитының тәүге һәм һуңғы хәрефтәре.

Атай

Матфей 6:9

Йәшәү биреүсе.

Барлыҡҡа килтереүсе

Ишағыя 40:28

Барыһын да ул булдырған.

Боронғонан йәшәп килгән Зат

Данил 7:9, 13, 22

Башланғысы булмаған, кемдер йә нимәлер барлыҡҡа килгәнсе үк инде булған, сикһеҙ оҙаҡ йәшәгән (Зәбур 90:2).

Бөйөк Яратыусы

Зәбур 149:2

Барыһын да ул булдырған (Асылыш 4:11).

Бөйөк Нәсихәтсе

Ишағыя 30:20, 21

Файҙалыға өйрәтә һәм хәҡиҡәт юлынан алып бара (Ишағыя 48:17, 18).

бәхетле Алла

1 Тимофейға 1:11

Ул шат һәм бәхетле Алла (Зәбур 104:31).

доғаларҙы Тыңлаусы

Зәбур 65:2

Иман менән ҡылынған һәр доғаны ул үҙе тыңлай.

Изге Алла

Ғибрәтле һүҙҙәр 9:10

Сафлыҡта (әхлаҡи таҙалыҡта) уға тиң бер кем дә юҡ.

Йолоп алыусы

Ишағыя 41:14

Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә кешеләрҙе гонаһтан һәм үлемдән азат итә (Яхъя 3:16).

«Кем булырға теләһәм, шул булам»

Сығыш 3:14

Уның ниәте үтәлһен өсөн, ул кем булырға кәрәк, шул була. Был һүҙҙәрҙе башҡасараҡ та тәржемә итергә була: «Кем булғым килә, шул булам». Был тасуирлау Йәһүәнең Сығыш 3:15-тә килтерелгән шәхси исеменең мәғәнәһен аңларға ярҙам итә.

Көндәшлеккә түҙеп тормаусы

Сығыш 34:14

Табыныуға килгәндә, башҡа илаһтарға табыныуға түҙеп тормай, йән-тән менән бирелгәнлекте талап итә.

Көршәксе

Ишағыя 64:8

Көршәксенең балсыҡтан үҙе теләгән һауыт яһарға хоҡуғы булған кеүек, Алланың кешеләр һәм халыҡтар өҫтөнән шундай уҡ хакимлығы бар (Римдарға 9:20, 21).

Көтөүсе

Зәбур 23:1

Үҙенең хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғырта.

Ҡая

Зәбур 18:2, 46

Унда һыйыныу һәм ҡотолоу табып була.

Ҡотҡарыусы

Ишағыя 45:21

Хәүефтән һәм үлемдән азат итә.

Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле

Башланмыш 17:1

Бер кем дә еңә алмаҫлыҡ иң ҙур көскә эйә. Еврей телендәге һүҙбәйләнеш Эл Шадда́й, «Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Алла» Изге Яҙмала ете тапҡыр осрай.

Мәңгелек Батша

1 Тимофейға 1:17

Ул һәр ваҡыт Иң бөйөк Хужа булған һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ.

Раббы

Зәбур 135:5

Хужа; еврей телендә Адо́н йә Адони́м.

Хаким

Башланмыш 15:2

Иң юғары хакимлыҡҡа эйә; еврей телендә Адона́й.

Еврей Яҙмаларында килтерелгән географик атамалар эсендә

 Йәһүәнең шәхси исеме Изге Яҙмалағы ҡайһы бер географик атамалар эсенә ингән, әммә улар һис тә Алланың өҫтәмә исемдәре түгел.

Географик атама

Изге Яҙмалағы урын

Мәғәнәһе

Йәһүә-нисси́

Сығыш 17:15

«Йәһүә — минең билдә [булып торған] бағанам». Йәһүә — ярҙам һәм яҡлау алыр өсөн, эргәһенә уның халҡы йыйыла торған Алла (Сығыш 17:13—16).

Йәһүә-шало́м

Хөкөмсөләр 6:23, 24

«Йәһүә — тыныслыҡ».

Ни өсөн Алланың исемен белергә һәм ҡулланырға кәрәк?

  •   Йәһүә өсөн уның шәхси исеме бик мөһим, ул бит Изге Яҙмала меңәр тапҡырҙар осрай (Малахи 1:11).

  •   Алла исеменең әһәмиәтле булыуына уның Улы Ғайса ла күп тапҡырҙар баҫым яһаған. Ул былай тип доға ҡылған: «Исемең мөҡәддәс тип танылһын» (Матфей 6:9; Яхъя 17:6).

  •   Алланың исемен белеү һәм ҡуллана башлау — Алла менән дуҫлыҡ үҫтереүгә тәүге аҙым (Зәбур 9:10; Малахи 3:16). Йәһүә уның менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғандарға бына нимә ти: «Мине яратҡаны өсөн, уны ҡотҡарырмын. Исемемде белгәне өсөн, уны яҡлармын» (Зәбур 91:14).

  •   Изге Яҙма «ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар... „илаһтар“ ҙа, „хужалар“ ҙа ысынлап күп» икәнен таный (1 Коринфтарға 8:5, 6). Әммә Изге Яҙманан шулай уҡ тик хаҡ Алланың ғына Йәһүә исемен йөрөтөүе ап-асыҡ күренә (Зәбур 83:18).

a Ҡайһы бер еврей теле белгестәре Алла исеменең «Яхве» тигән әйтелешен ҡулланырға ярата.

b Алла исеменең ҡыҫҡартылған формаһы «Йәһ» Изге Яҙмала яҡынса 50 тапҡыр осрай. Мәҫәлән, был форма «Йәһте маҡтағыҙ» тигәнде аңлатҡан «Аллилуя» еврей һүҙендә осрай (Асылыш 19:1).