Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала? 2-се өлөш. Изге Яҙманы уҡыуың ҡыҙыҡлы булһын!

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала? 2-се өлөш. Изге Яҙманы уҡыуың ҡыҙыҡлы булһын!

 «Изге Яҙманы нисек уҡырға икәнен белмәһәң, ул һиңә күңелһеҙ китап булып күренергә мөмкин», — ти үҫмер малай Уилл.

 Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн, нимә эшләргә була? Ошо мәҡәләлә ҡайһы бер серҙәр бар.

 Күҙ алдына килтереү һәләтеңде ҡуллан

 Уҡығандарыңды йәнләндереп ебәр. Ошо ысулды ҡулланып ҡара:

  1.   Тәрәнерәк тикшерергә теләгән берәй өҙөктө һайла. Был өҙөктө Инжилдән һайларға була. Шулай уҡ jw.org сайтынан аудиопостановкаларҙың береһен тыңларға мөмкин.

  2.   Шул өҙөктө уҡы. Һин уны үҙең йә дуҫтарың, туғандарың менән уҡый алаһың. Бер кеше автор һүҙҙәрен уҡыһа, башҡалар персонаждарҙың һүҙҙәрен уҡый ала.

  3.   Түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланып ҡара:

    •   Уҡығандарыңды һүрәтлә. Мәҫәлән, ваҡиғаларҙың алмашынып тороуын тасуирлаған рәсемдәр төшөр. Һәр рәсем аҫтында нимә булғанын яҙып ҡуй.

    •   Схемалар төҙө. Мәҫәлән, Алланың берәй тоғро хеҙмәтсеһе хаҡында уҡығанда, был кешенең сифаттары һәм эштәре нисек фатихаланғанын схематик рәүештә билдәлә.

    •   Уҡығандарыңды яңылыҡтар сығарылышына әйләндер. Изге Яҙмалағы хикәйәне төрлө персонаждарҙың исеменән һөйләп бир. Шул өҙөктә иҫкә алынған һәм ундағы ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләрҙән «интервью» ал.

    •   Берәй персонаж аҡылһыҙ ҡарар ҡабул иткән булһа, әгәр ул икенсерәк эш итһә, нисегерәк булыр ине, тип уйла. Мәҫәлән, Петрҙың Ғайсанан ваз кисеү осрағын алайыҡ (Марк 14:66—72). Петр нисек баҫымға ҡаршы тора алыр ине?

    •   Үҙеңдең сценарийыңды яҙ. Ижад итергә яратһаң, Изге Яҙмалағы берәй хәбәрҙе алып, пьеса һымағыраҡ бәләкәй әҫәр яҙып ҡара. Үҙең алған һабаҡтар тураһында яҙырға ла онотма (Римдарға 15:4).

      Һин Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе йәнләндерә алаһың!

 Тикшереү үткәр!

 Нескәлектәрҙе тикшереү йәшерелгән ынйылар табыуыңа килтерергә мөмкин. Ҡайһы саҡта бер-ике генә һүҙ ҙә Изге Яҙмалағы хәбәрҙә бик мөһим роль уйнай.

 Мәҫәлән, Матфей 28:7-не Марк 16:7 менән сағыштыр.

  •   Марк үҙе бәйән иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙә: «Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: „Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ“», — тип яҙған. Ни өсөн ул «һәм Петрға» тигән нескәлекте яҙырға булған?

  •  Асҡыс: Марк шул ваҡиғаларға шаһит булмаған, был хаҡта, күрәһең, уға Петр үҙе һөйләгән.

  •  Йәшерелгән ынйы: Ғайсаның үҙен күрергә теләгәнен ишетеп, Петрҙың күңеле күтәрелгәндер (Марк 14:66—72). Ғайса Петрҙың үҙенең ысын дуҫы булып ҡалыуын нисек күрһәткән? Ә һин Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға ысын дуҫ булыуыңды нисек күрһәтә алыр инең?

 Изге Яҙмалағы хәбәрҙе йәнләндерһәң, нескәлектәрҙе тикшерһәң, Изге Яҙманы уҡыу һиңә күпкә ҡыҙығыраҡ булыр!