Төп мәғлүмәткә күсеү

ТӘБИҒӘТ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ

Бесәйҙең теле

Бесәйҙең теле

 Йорт бесәйҙәре таҙалыҡ һөйөүсәнлеге менән билдәле, улар ҡупшыланырға ярата. Бесәйҙәр уяу ваҡытының дүрттән бер өлөшөн йыуыныу өҫтөндә үткәрә. Матурланыр өсөн уларҙың бик шәп ҡоралы — теле бар.

 Иғтибар итегеҙ. Бесәйҙең телендә 290 кескенә ҡытыр, йәғни ырғаҡ бар. Улар формаһы һәм ҡатылығы менән бесәйҙең тырнағын хәтерләтә. Һәр ырғаҡта улаҡтар бар. Бесәй ялағандан һуң, телен ауыҙына алған һайын, был улаҡтар шайыҡ менән тула. Ә йыуынған сағында, ырғаҡтар бесәйҙең йөнөн тарап айыра, ә шайыҡ уның тән тиреһен сылата.

Бесәйҙең телендәге ырғаҡтар ҙурайтып күрһәтелгән

 Көн дауамында бесәйҙең теле уның йөнө һәм тиреһенә 48 миллилитр самаһы шайыҡ бирә. Был шайыҡ — бик яҡшы таҙартыу сараһы. Уның составында бысраҡты иретә торған матдәләр бар. Өҫтәүенә, ул кондиционер ролен дә үтәй. Шайыҡ парға әйләнеп, бесәйҙең тәненә һалҡынайырға ярҙам итә. Бесәй өсөн был бик мөһим, сөнки уның тир биҙҙәре күп түгел.

 Ойошҡан йөнгә эләккәндә, ырғаҡтар тәрәнерәк үтеп инә, һәм бесәй, теленә күберәк көс һалып, төйөрҙө таратып ебәрә. Бынан тыш, яланған сағында, ырғаҡтарҙың осо менән бесәй үҙенең тәненә массаж да яһай. Ғалимдар бесәйҙең теленә оҡшаш щетка яһаған. Башҡа тараҡтар менән сағыштырғанда ул күпкә яҡшыраҡ: тарағанда артыҡ көс талап ителмәй, уны таҙартыу еңелерәк, һәм ул ойошҡан урындарҙы ла тиҙ тарата. Ғалимдар, бесәй теленең төҙөлөшөн өйрәнеп, йөнтәҫ әйберҙәрҙе таҙартыу ысулдарын камиллаштырып буласаҡ, тип ышана. Шулай уҡ, ундай яйланма ярҙамында тиренең сәс йәиһә йөн менән ҡапланған урындарына лосьон һәм дарыу һөртөү ҙә еңелерәк буласаҡ.

 Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Бесәйҙең теле — эволюция һөҙөмтәһеме? Әллә Барлыҡҡа килтереүсенең ижад емешеме?